Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Декабрь 2021, 20:30

Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы

Ауыл ғына түгел, тотош Стәрлетамаҡ районы өсөн ниндәй ваҡиға йылдың иң мөһимдәре иҫәбендә?

Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы

Ил күләмендә халыҡтың тормош-көнкуреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеп алып барылған күп һанлы милли проекттарҙың береһе – “Мәҙәниәт” Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылын заманса китапхана менән тәьмин итергә булышлыҡ ҡылды.

Стәрлетамаҡ районында “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңыртылған бындай китапхана – беренсеһе. Уны йыһазландырыуға 7,5 миллион һум аҡса бүленгән, шуның биш миллионы – федераль ҡаҙнанан.

Наумовкала йәш, балалы ғаиләләр күп. Шуға ла заманса китапхананы асыу – халыҡ көтөп алған мөһим ваҡиға. Ул ғаилә үҫеше, уҡыу үҙәге, хатта ниндәйҙер үҫеш нөктәһенә әйләнере шикһеҙ. Бында мәҙәни-мәғрифәти хеҙмәттәр күрһәтеү яңы бейеклеккә күтәреләсәк, сифат күпкә яҡшырасаҡ. 

Модель китапханала ғаиләнең иң кесе вәкилдәренән алып өлкәндәренә тиклем уңайлы булған төрлө ҡыҙыҡлы урындар барлыҡҡа килде: “Балалар майҙансығы”, “Кино залы”, “Ижади оҫтахана”, “Ваҡиғалар майҙансығы” һәм башҡалар. Бында оҫталыҡ һабаҡтары, ижади кисәләр, белемде үҫтереүгә ҡоролған дәрестәр үткәрергә ниәтләйҙәр. 

Балаларға тәғәйенләнгән урындар ҡояш йылыһын хәтерләткән яҡты һары төҫ менән биҙәлгән. “Бөтә ғаилә менән уҡыйбыҙ” фотокүргәҙмәһенә ауылдың элекке күренештәрен сағылдырған фотоһүрәттәр ҡуйылған. Ғөмүмән, яңы китапханаға бөтә ғаилә менән бергә килеп, һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған шөғөл менән була ала.

Наумовка халҡы интернет аша Милли электрон китапханаға инеп, төрлө донъя халыҡтары телдәрендә баҫылған биш миллиондан ашыу электрон китапты уҡый аласаҡ. Әҙәбиәт фонды ла ярайһы байытылған: һүҙлектәр, белешмәләр, энциклопедиялар, интерактив китаптар, классика һәм нәфис әҙәбиәт менән ҡулланырға мөмкин.

Яңы китапханала хатта тауыш яҙҙырыу студияһы ла бар. Бында халыҡ үҙенең ижади һәләтен тулыһынса аса ала: үҙенең йырын яҙҙыртып, уны тауыш яҙҙырыу программаһы ярҙамында камиллаштырыу форсаты бар. Теләге булғандарға фото-, видеомөхәррир менән эшләргә өйрәнергә, үҙ графикаһын уйлап табырға, биҙәлеш, төҫтәр менән эшләргә лә була.

Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лилиә Шәйхетдинова:

– Район өсөн модель китапхана асыу 2021 йылдың мөһим мәҙәни ваҡиғаһы булып тора. “Мәҙәниәт” милли проекты арҡылы беҙҙә модернизацияланған китапхана мөхите барлыҡҡа килде. Ул – заманса ғаилә майҙансығы, бында уҡырға, ялды файҙалы һәм йөкмәткеле итеп үткәрергә, идеяларҙы тормошҡа ашырырға мөмкин, – тип билдәләне.

Китапхана хәҙер һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн дә күпкә уңайлыраҡҡа әйләнде.

Ауылда тиҙҙән “Кесе Ватаным тарихтары” тигән проект тормошҡа ашырыласаҡ. Уға ярашлы, хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең тыуған яҡты өйрәнеүгә ҡағылышлы үҙенсәлекле сараларын барлыҡҡа килтерәсәк. Йәштәр тематик осрашыуҙарҙа, төркөм проекттарында ҡатнаша, өлкәнерәктәр эшмәкәрлеген тергеҙгән “Флоранж” клубында шөғөлләнә ала. Әйткәндәй, клуб быйыл үҙенең 15 йыллығын билдәләй.

Сығанаҡ: gtrk.tv/novosti/

Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Наумовка ауылында - йыл ваҡиғаһы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: