Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Декабрь 2021, 22:00

Салауаттарға юбилейға бүләк әҙерләнә

Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән ошо ҡалала булды.

Салауаттарға юбилейға бүләк әҙерләнә
Салауаттарға юбилейға бүләк әҙерләнә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауатта булып, ҡаланың белем биреү объекттарын ҡараны.

Калинин урамында төбәк етәксеһе капиталь ремонттан һуң асылған 36-сы балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Бина 1975 йылда төҙөлгән булған. 90-сы йылдарҙа балалар баҡсаһын йәмәғәт туҡланыуы бинаһына әйләндергәндәр, аҙаҡ ул бер нисә йыл буш торған.

Капиталь ремонтты “Демография” милли проектына ярашлы башҡарғандар. Төҙөүселәр бинаның тышҡы йөҙөн яңыртҡан, эске биҙәү эштәрен башҡарған, коммуникацияларҙы алмаштырған, йылы иҙәндәр ҡуйған. Баҡсала заманса һәм хәүефһеҙ йыһаздар, ризыҡ әҙерләү өсөн ҡорамалдар, һаҡ системаһы һәм видеокүҙәтеү урынлаштырылған, тирә-яҡ биләмә төҙөкләндерелгән, яңы уйын, йөрөү зоналары бар. Быйыл февралдә беренсе тәрбиәләнеүселәрҙе ҡабул иткәндәр.

– Башҡортостандың күп ҡалаларында ошоноң ише буш торған биналар бар. Беҙ яйлап был тәңгәлдә тәртип урынлаштырабыҙ – ҡарар ҡабул итәбеҙ ҙә, йә емерәбеҙ, йә төҙөкләндерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бында сифатлы капиталь ремонт үткәрелде, бик яҡшы балалар баҡсаһы килеп сыҡты.

2023 йылда Салауаттың 75 йыллығы була, ошо айҡанлы “Көнсығыш” биҫтәһендә 1175 урынлыҡ заманса мәктәп төҙөләсәк. Радий Хәбиров яңы төҙөлөш урынын ҡарап сыҡты һәм эште ваҡытында тамамларға ҡушты. Бина Бекетов урамы менән Салауат Юлаев бульвары киҫелешкән урында, быға тиклем Стәрлетамаҡта тормошҡа ашырылған типик проект буйынса төҙөләсәк. Мәктәптә ике спорт залы, медицина һәм стоматология кабинеттары, 504 урынлыҡ ашхана буласаҡ. Проект документтары кәрәкле экспертиза үткән. Объекттың хаҡы 717 миллион һум тора.

Радий Хәбиров был мәктәпте төҙөү өсөн аҡсаны республика бюджетынан 2022 йылда бүлергә ҡушты.

– Беҙҙең ҙур ҡалаларҙа ысынлап та мәктәптәр етмәй. Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Игорь Миронов әйтеүенсә, бында һуңғы тапҡыр уҡыу йортон 1994 йыда асҡандар, – тине Радий Хәбиров. – Ә ҡала үҫә, йәш, тиҙ үҫешкән биҫтә барлыҡҡа килде. Шуға күрә төҙөйәсәкбеҙ. Был салауаттар өсөн ҡала юбилейына бик яҡшы бүләк буласаҡ.

Яңы объект төҙөү Салауатта ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыуҙы башлау мөмкинлеге буласаҡ. Төҙөкләндереү барған мәктәптә уҡығандар ваҡытлыса яңы белем биреү үҙәгендә уҡый аласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: