Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Декабрь 2021, 11:07

Кешене рух йәшәтә

Ул – башҡорт теле уҡытыусыларына ысын остаз.

Тормошта билдәле бер уңышҡа өлгәшеү өсөн үҙеңдең генә тырышлығың, ныҡышмалылығың етмәй, күпселек осраҡта һиңә ярҙам ҡулы һуҙған, меңдәр араһынан һәләтеңде күреп, шул сифатты үҫтерергә ярҙам иткән кеше була. Мин бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән абруйлы исемде йөрөткән юғары категориялы уҡытыусымын, ете йыл дауамында директорҙың уҡытыу эштәре буйынса  урынбаҫары вазифаһын башҡарам, Сибай ҡалаһында ярайһы уҡ танылыуға өлгәштем. Әммә... Әгәр ваҡытында һәләтемде күреп, уны асырға ярҙам иткән Рәсимә Фитрат ҡыҙы осрамаһа, был уңыштарға, бәлки, өлгәшә лә алмаған булыр инем.

 

 Уҡытыусылар нәҫеленән

 

2001 йылда төпкөл генә ауылдан Сибай ҡалаһына эшкә килдем. Шул уҡ йылда башҡорт теле буйынса “Йыл уҡытыусыһы” ҡала конкурсында ҡатнашырға насип булды. Бәйгенең тәүге этаптары еңел бирелһә лә, ят мәктәптә, таныш булмаған уҡыусылар менән дәрес үткәреү минең кеүек быуыны ла ҡатмаған йәш уҡытыусы өсөн оло һынау ине. Дәрестең нисек уҙғанын да хәтерләмәйем... Һуңынан баһалама ағзалары араһынан (ә улар бик күп кенә ине) бөхтә, килешле генә кейенгән, һомғол буйлы, мөләйем йөҙлө урта йәштәрҙәге ҡатын минең яныма килеп: “Афарин, һылыу, яҡшы ғына дәрес күрһәттең”, – тип яғымлы өндәшкәс, күңелем үҫеп киткәйне. Ә бит дәрес ваҡытында бик һынсыл ғына ҡарап ултырғайны. Был ханым Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова булып сыҡты. Шул көндән алып ул ышаныслы терәгемә, таянысыма, ярҙамсыма әйләнде.

Рәсимә Фитрат ҡыҙы бөтә ғүмерен мәға­рифҡа бағышлаған. Үҙ эшенә ғашиҡ, 42 йыллыҡ педагогик стажға эйә, республикабыҙҙа баш­ҡорт телен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес ул. Нәҫел тамырҙары – быуаттарға һуҙылып, бер нисә быуын кешеләрен аң-белемгә әйҙәгән Мотаевтар һәм Айсыуаҡовтар тоҡомонан. Был нәҫелдең дөйөм уҡытыусылыҡ стажы – 800 йылдан ашыу! Уҡытыусы һөнәренә һөйөү орлоҡтарын мөғәллимә әсәһе Хөснизан Ғибат ҡыҙы Айсыуаҡова  һалған.

Рәсимә Фитрат ҡыҙы Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуһа ла, балалыҡ йылдары Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында үтә. Бында ете йыллыҡ мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындаға Ленин исемендәге балалар йортонда белем ала һәм Баймаҡ районына вожатый булып эшкә ҡайта. Шул уҡ ваҡытта башланғыс кластарҙа уңышлы ғына уҡытып та йөрөй.

1966 йылда туған телгә һәм әҙәбиәткә бул­ған һөйөү Рәсимәне Башҡорт дәүләт университетына илтә. Ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс студент тормошо башлана. Буласаҡ тормош юлдашы, матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхелислам Айсыуаҡовты ла ошонда осрата.

 

Рух өләшеп Кама буйҙарында

 

Университетты уңышлы тамамлап, ҡулына диплом алғас, йәш ғаилә Хәйбулла районына ҡайта. Бында бер аҙ эшләгәс, Айсы­уаҡовтарҙы Баймаҡ районына саҡыртып алалар. Шәйхелислам ағайҙы “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләгәс, улар Нефтекама ҡалаһына күсә. Тырыш, талапсан, намыҫлы эшләгән кешене һәр ерҙә лә күрә беләләр. Рәсимә Фитрат ҡыҙын тәрбиәселәрҙең методик ойош­маһы етәксеһе итеп ҡуялар. Ул  тәрбиә эшен яҡшыртыуға күп көс һала.

Ошоға тиклем башҡорт мөхитендә генә уҡыған һәм эшләгән Рәсимәгә тәүге тапҡыр үҙ милләте өсөн янып-көйөргә, туған телен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн ҙур яуаплылыҡ алырға тура. Быларҙың барыһын да намыҫ ҡушыуы буйынса бар күңелен биреп башҡара. Бында туған теленә, халыҡ яҙмышына битараф булмаған милләттәштәре менән башҡорт үҙәге булдыралар. Кешеләр туплау өсөн ҡала ойошмаларына йөрөй­ҙәр. Шунда ул “Яһалма күн” производство берекмәһендә эшләгән Рәмзит Төхвәтуллин тигән ҡурайсы егетте табып, фольклор түңәрәге ойоштороп ебәрә. Ул йылдарҙа ҡурай табыу ауыр була. Әммә маҡсатынан баш тарта торған кеше түгел бит инде ул Рәсимә, барыбер юлын таба: спорт магазинынан пластмасса ҡулсалар һатып алып, шунан ҡурай эшләйҙәр. “Бер ҡулсанан дүрт ҡурай сыға ине”, – тип хәтерләй Рәсимә Фитрат ҡыҙы. Был түңәрәктә үҙе балаларға ҡумыҙ уйнарға өйрәтә. Ансамбль менән төрлө концерттарҙа, байрамдарҙа, конкурстарҙа уңышлы сығыш яһайҙар, призлы урындар яулауға өлгәшәләр.

Ҡала мөхитендә тәүгеләрҙән булып рус класында башҡорт телен уҡытыуҙы индереүен оло ҡаһарманлыҡҡа тиңләрлек, сөнки ул ваҡытта был йүнәлештә бер ниндәй әсбаптар ҙа, методика ла булмай. Башҡорт төркөмөнә уҡыусылар туплау өсөн һәр баланың өйөнә йөрөп ата-әсәләр менән һөйләшә, аңлатыу эштәре алып бара. Һөҙөмтәлә 22 уҡыусынан торған класс ойоштора.

Нефтекамала ҡайҙа ғына эшләмәй ул: ҡыҙҙар гимназия­һында уҡыта, педагогия учи­лищеһында дәрестәр алып бара, мәғариф бүлегендә башҡорт, татар, мари телдәре берләшкән методик берекмә етәксеһе була. 13 йылдан ашыу ошо ҡалала арымай-талмай, бар көсөн һәм күңелен һалып эшләй Рәсимә Фитрат ҡыҙы.

Тыуған төйәк үҙенә тартҡас...

 

1994 йылда тыуған яҡтарына – Сибай ҡалаһына ҡайталар. Бында ул “ПолиТЭК” лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып, ең һыҙғанып эш башлай. Мәктәптең башҡорт теле кабинеты ҡалалағы иң матур йыһаз­ландырылған, хатта этнографик музейы булған кабинет ине.

“ПолиТЭК” лицейынан беҙҙең мәктәпкә Наташа исемле рус ҡыҙы уҡырға күскәйне. Шул ҡыҙҙың башҡортса белеүенә хайран ҡалып, “Әсәйең йәки өләсәйең башҡортмо әллә?” – тип һорай ҡуйҙым. Наташаның күҙҙәре осҡонланып, “Юҡ, башҡорт теле дәрестәрендә өйрәндем, беҙҙе бит Рәсимә Фитратовна уҡытты!” – тип ғорурланып әйтеүе уҡытыусының эшенә иң ҙур баһа булды. Ә инде “ПолиТЭК” уҡыусыларының төрлө конкурс­тарҙа, олимпиадаларҙа һәр ваҡыт еңеү яулауына өйрәнеп тә бөткәйнек ул саҡта, сөнки уларҙы ҡаланың иң көслө, иң рухлы уҡытыусыларының береһе Рәсимә Фитрат ҡыҙы әҙерләй ине. Һәләтле, тырыш педагогтың эшен юғары баһалайҙар, 2002 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була Р. Айсыуаҡова.

Сибайҙа эшләгән йылдарымдың күп өлөшө Рәсимә Фитрат ҡыҙының мәғариф бүлегендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист булып эшләгән осорона тура килде. Рух күтәренкелегендә йөҙөп йөрөп эшләнек беҙ ул ваҡыттарҙа, сөнки остазыбыҙ оҫта ойоштороусы, талапсан, ғәҙел, ярҙамсыл етәксе булды.

Башҡорт телен үҫтереү, милли йола­ла­ры­быҙҙы тергеҙеү буйынса бик күп эш башҡар­ҙыҡ. Рәсимә Фитрат ҡыҙы ҡатнашлығында ғына 33 тапҡыр Шәжәрә байрамы үткәрелгән. Тәүгеләрҙән булып мәктәп ҡоролтайы, балалар һабантуйы үткәреү ҙә – тап уның башланғысы.

Күрше өлкәләге милләттәштәре­беҙгә ярҙам ойоштороуҙа ла Рәсимә Айсыуаҡованың өлөшө ҙур. Тәжрибәле уҡытыусыларҙы асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ кластары үткәреү өсөн ебәрә торғайны. Шәхсән үҙем Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районында асыҡ дәрес күрһәтеп, тәжрибәм менән уртаҡлашып ҡайттым.

Башҡорт теле уҡытыусыларын методик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да үҫтерергә тырышты. “Һеҙ – милләттең йөҙө. Матур кейенеп йөрөгөҙ, уҡыусылар иң беренсе кейемегеҙгә ҡарап ҡаршы ала. Ғорур булығыҙ! Үҙегеҙҙе үҫтерегеҙ, күп уҡығыҙ, матур һөйләшергә өйрәнегеҙ!” – тигән һүҙҙәре күптәребеҙҙең тормош девизына әүерелгәндер. “Башҡорт теле уҡытыусыһының имиджы” тигән бик фәһемле семинар ҙа үткәрҙе бер ваҡыт. Берҙәм, татыу булыуыбыҙҙы ла талап итте. Етәксебеҙҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн төрлө байрамдар үткәреүе, Шүлгәнташ, Арҡайым кеүек тарихи урындарға походтар ойоштороуы бер­ҙәмлекте, татыулыҡты нығытып ебәрҙе.

Уҡытыусыларҙы республика кимәлендәге һөнәри конкурстарға әҙерләүе – үҙе бер методика. Беҙ әҙерләгән документтарҙы ентекле тикшерә, хаталарын төҙәтә, үҙгәрттерә. “Онотмағыҙ: Сибай – ул сифат һүҙенең синонимы! Һәр эшегеҙ юғары кимәлдә булырға тейеш!” – тип ҡабатларға ярата ине. Берәй ерҙә сәхнәлә сығыш яһарға тура килһә, ниндәй кейемдә, ниндәй прическала буласағыбыҙҙы белешеп, кәңәш бирә ине. Әйтергә кәрәк, әле булһа Рәсимә Фитрат ҡыҙы зауыҡ менән кейенә, матур прическалар эшләп йөрөй.

Ул методист булып эшләгән осорҙа һигеҙ уҡытыусы “Башҡорт теле йыл уҡытыусыһы” төбәк конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булып, “Башҡортостандың атҡаҙан­ған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем алды.

 

Рухлы йортта ҡот йәшәй

 

Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Рәсимә апайыбыҙ әле лә әүҙем тормош алып бара, йәмәғәт эштәренән айырылғаны юҡ. Ул мәктәп­тәрҙә, балалар баҡсаларында – көтөп алынған ҡунаҡ. Уны ҡала кимәлендәге конкурстарға баһалама ағзаһы итеп саҡыралар. “Урал аръяғының иң яҡшы 100 ғаиләһе” конкурсына күп балалы өлгөлө ғаиләләр тура­һында ете мәҡәлә әҙерләп, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Сибай башҡорттары ҡорол­тайының мәға­риф һәм башҡорт телен уҡытыу комиссия­һында  эшләй. Башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса эшен дауам итә, көнүҙәк темаларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәҡәләләре баҫылып тора.

Рәсимә апайҙың фиҙакәр эшмәкәрлеге юғары баһаланды: ул – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына, Р. Өмөтбаев исемендәге премияға лайыҡ булды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнде.

Рухлы йортта ҡот йәшәй, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Рәсимә Фитрат ҡыҙы менән Шәйхелислам Ғәҙелша улының өлгөлө ғаилә булып, бер-береһен яратып һәм хөрмәт итеп йәшәүенең сере ана шул рухлы, уртаҡ маҡсатлы булыуына бәйлелер. “Шәйхелислам ағайығыҙ терәгем, таянысым, кәңәшсем, рухи фекерҙәшем ине. Уңыштарымда уның өлөшө бик ҙур”, – ти Рәсимә апай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптән түгел тормош юлдашы, матбуғат ветераны, Башҡортос­тандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхе­лислам Айсыуаҡов арабыҙҙан китеп барҙы. Рәсимә Фитрат ҡыҙы тормош һынауҙарына бирешмәй йәшәргә тырыша. Хөрмәтле остазыбыҙға киләсәктә лә беҙгә яҡты маяҡ булып, иман нуры таратып йәшә лә йәшә, тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

 

Гөлнәзирә ИГЕЛЕКОВА.

 

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас: