Белем һәм тәрбиә
4 Декабрь 2021, 14:00

Өфөлә математика лицейы төҙөләсәк

Лицейҙа  VI - XI класc  уҡыусылар уҡыясаҡ, тәүҙә  иң һәләтлеләре һайлап алынасаҡ.

Өфөлә математика лицейы төҙөләсәкӨфөлә математика лицейы төҙөләсәк
Өфөлә математика лицейы төҙөләсәк

 “Өфөнөң 450 йыллығын ҡаршылау буйынса үткәрелгән  кәңәшмәлә  оҙаҡламай төҙөләсәк математика лицейын  Бәшир Искәндәр улы Рәмиев (техник фәндәр докторы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, Сталин премияһы, СССР  Бөтә Союз халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалы менән наградланған ғалим) хөрмәтенә атау тураһында тәҡдим яңғыраны,” тип хәбәр иткәйне Башҡортостан етәксеһе  социаль селтәрҙәге битендә.

Буласаҡ яңы лицей-интернат тураһындағы хәбәр күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр, моғайын.  Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығынан килгән мәғлүмәтте һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.

“Баш ҡалала математика, информатика һәм физика өлкәһендә уңыштар яулаған һәләтле уҡыусыларҙы берләштергән республика математика лицей-интернатын төҙөү планлаштырыла, тиелә унда. Лицейҙа  VI кластан  XI класҡа тиклемге балалар уҡыясаҡ, тәүҙә улар һайлап алынасаҡ. Уҡытыуға иң яҡшы педагогтар саҡырыласаҡ. Математика лицейы эшмәкәрлеге һәм уҡытыу барышы концепцияһы эшләнгән. Әле заманса архитектуралы сиселештәрҙе, уңайлы уҡыу шарттарын тәҡдим иткән проект эштәре өйрәнелә.”

Фото:Dropi.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас