Белем һәм тәрбиә
9 Декабрь 2021, 11:40

Йыйын мәктәп директорҙары эшенә ярҙам итәсәк

Бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк.

Йыйын мәктәп директорҙары эшенә ярҙам итәсәкЙыйын мәктәп директорҙары эшенә ярҙам итәсәк
Йыйын мәктәп директорҙары эшенә ярҙам итәсәк

Өфө ҡалаһының “Йәйғор” шифаханаһында Башҡортостан милли инновацион мәктәптәре директорҙарының форумы башланды. Сара ике көн һуҙымында барасаҡ. Сара сиктәрендә тәүге көндө мәктәп директорҙары өсөн төрлө семинарҙар, үҫеш мәсьәләләренә ҡоролған стратегик сессия ултырышы һәм түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолдо.

– Тығыҙ аралашыуға ҡоролған бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк, ул беҙҙең эшебеҙҙе еңеләйтеүгә этәргес бирә, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша мәктәп директорҙары.

Әйткәндәй, форум белем усаҡтары етәкселәре һәм Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы вәкилдәре менән берлектә үтеүе менән үҙенсәлекле. Бындай үҙенсәлекле эш алымы директорҙарға уҡыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, уларҙы федераль һәм республика грант конкурстарында әүҙемерәк ҡатнашырға өндәй, заман менән бергә атларға саҡыра, алдынғы белем биреү учреждениеларының ыңғай эш тәжрибәһен өйрәнеү йәһәтенән дә отошло.

Форум аҙағында мәктәп директорҙарының Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереүе көтөлә.

Фото: Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас