

Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы республикабыҙҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты булараҡ билдәле, шуға ла уның тураһында һөйләгәндә бай тарихына ла күҙ һалмау мөмкин түгел. Институт барлыҡҡа килгәндең тәүге көндәренән үк бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте белгестәрен әҙерләүгә айырыуса иғтибар бирелә. Бөгөн дә башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты (2015 йылдан шулай атала) уңышлы эшмәкәрлек алып бара һәм республиканың көньяҡ райондары өсөн юғары белемле телселәр әҙерләүгә тос өлөш индерә.
Бушлай белем алырға мөмкин
Факультетта ике кафедра эшләй: башҡорт филологияһы (мөдире – профессор З.И. Сәләхова), татар һәм сыуаш кафедраһы (мөдире – доцент И.С. Мансуров). Кафедралар юғары белемле кадрҙар менән тәьмин ителгән. Студенттарға, магистранттарға ике фән докторы, профессор һәм фән кандидаттары, доценттар белем бирә.
Әле факультетта, бакалавриат программаһына ярашлы, педагогик белем биреү йүнәлеше буйынса түбәндәге һөнәрҙәргә уҡыталар: туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, сит (инглиз) тел; туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, рус теле; туған (татар, сыуаш) тел һәм әҙәбиәт, сит (инглиз) тел; туған (татар, сыуаш) тел һәм әҙәбиәт, рус теле; туған (татар, сыуаш) тел һәм әҙәбиәт, башланғыс белем биреү. Магистратурала – “Филологияла инновациялы белем биреү технологиялары” белгестәре, “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының теле (башҡорт теле)” йүнәлешендә иһә аспиранттар әҙерләнә.
Стәрлетамаҡ филиалы етәкселеге факультетта бюджет урындарын һаҡлап ҡалыуға айырыуса иғтибар бирә. Мәҫәлән, 2022 йылда филиалда ике профилле педагогик белем биреү йүнәлеше буйынса 194 бюджет урыны бирелһә, уның 60 урыны башҡорт һәм төрки филологияһы факультетына бүленгән. Бынан тыш, филиалда химия, физика, башланғыс кластар, математика, механика һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ла бюджет урындары һаҡлап ҡалынған.
Төп бурыстар
Һәр студенттың тормошонда социаль һәм мәҙәни мөхит мөһим роль уйнай. Әле Стәрлетамаҡ филиалында туғыҙ меңгә яҡын студент белем ала һәм ҡала тормошонда әүҙем ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта ҡалала милли-мәҙәни мөхит булдырыуҙа башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының үҙ урыны бар: ул – интеллектуаль аралашыу, ғилми коммуникациялар кимәлен тәьмин итеү. Ҡала мәктәптәрендә уҙған һәр сара Стәрлетамаҡ уҡытыусылары ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Стәрлетамаҡта бөгөн 270 мең кеше йәшәй. Бай тарихлы ҡала ҡеүәтле үҫеш юлында. Бөгөн стәрлетамаҡтар алдында был данлы тарихты киләсәккә ялғау, уны йәш быуынға еткереү, Башҡортостандың көньяғында мәғариф өлкәһендәге флагманлыҡ ролен намыҫ менән башҡарыу бурысы тора. Факультеттың уҡытыусылар һәм студенттар коллективы был миссияны тәрән аңлап эш итә һәм заман ҡуйған һорауҙарға ҡыйыу, тәүәккәл яуап бирергә әҙер. ХХ быуаттың 30-сы йылдарында – Уҡытыусылар институты, 1951 йылдан – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, ә инде 2008 – 2012 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге дәүләт педагогия академияһы – үҙенең 80 йылдан ашыу тарихында республиканың мәғариф өлкәһен юғары белемле уҡытыусылар менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән билдәле уҡыу йорто. 2012 йылда академия БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы статусына эйә була, әммә ул үҙ алдына ҡуйған бурыстарҙы үтәүен дауам итә.
Башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты иһә республикабыҙҙың көньяҡ ҡалалары һәм райондары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз, рус телдәре уҡытыусылары әҙерләй. Заман педагогына үҙ предметын яҡшы белеү генә аҙ, шуға күрә факультет киң эрудициялы, яуаплы, һанлы компетенцияларға эйә булған, иңенә төшкән мөһим бурысты атҡарып сығырҙай, үҙ өҫтөндә даими эшләгән уҡытыусылар әҙерләү бурысын ҡуя.
– Хәҙер электрон белем биреүгә иғтибар ҙур. Студенттар уҡыу программаһы, көндәлек менән уның аша таныша ала. Электрон көндәлек, портфолио һәм төрлө фәндәр буйынса курстар булдырылған. Пандемия ваҡытында ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары менән онлайн-бәйләнешкә индек. Китапхана ла электрон форматта эшләй, был студенттар өсөн уңайлы тип уйлайым, – тине факультет деканының уҡыу-уҡытыу эше буйынса урынбаҫары Гөлнара Әхәт ҡыҙы Басирова.
Факультетта Башҡортостандың 35 районынан һәм ҡалаһынан, Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан килгән студенттар белем ала. Уларҙың төп эше – белем алыу. Юғары уҡыу йортонда лекцияларҙа һәм семинар-дәрестәрҙә алынған төплө теоретик мәғлүмәттәр киләсәктә уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегендә етди нигеҙ булып тора.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы, В.И. Ленин исемендәге 2-се гимназия-интернаты, 3-сө башҡорт лицей-интернаты, Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты, Күгәрсен районының Мораҡ башҡорт гимназияһы, 2-се Йомағужа мәктәбе, Ейәнсура районының М.С. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернаты, Ишембай ҡалаһының З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты, Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатынан, Баймаҡ, Бөрйән, Ғафури, Йылайыр, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Стәрлебаш райондары мәктәптәренән бик әҙерлекле абитуриенттар килә.
– Республикабыҙҙа билдәлелек яулаған мәктәптәр менән бәйләнеш бар. Башҡортостанда иң күп уҡыусылары булыуы менән дан тотҡан ҡалабыҙҙың 23-сө күп профилле мәктәбендә тәжрибә майҙансығы эшләй. Был мәктәптәргә студенттар практика үтеү өсөн йүнәлтелә. Факультетта уҙған конкурс, олимпиадалар, фестивалдәр, конференциялар һәм башҡа саралар ошо мәктәптәр ҡатнашлығында үтә, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты филология фәндәре докторы, профессор, башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире Зөһрә Иҙрис ҡыҙы Сәләхова.
Стипендиялар түләнә
Уҡыуҙа һәм йәмәғәтселек эштәрендә әүҙемлек күрһәткән һәләтле студенттарҙы ҡеүәтләү йүнәлешендә етди эш алып барыла. Факультеттың алдынғылары йыл һайын Рәсәйҙең һәм республиканың махсус стипендияларына лайыҡ була. Быйылғы уҡыу йылында Әнфисә Сәлихова – Башҡортостан Республикаһы Башлығы, ә Фәнзилә Сибәғәтуллина М. Аҡмулла стипендияларына лайыҡ булды.
Юғары стипендия алған студенттар бының өсөн бары тырышлыҡ һәм теләк кенә кәрәк булғанын белә. Яҡшы уҡыу, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашыу теләгәндәрҙе маҡсатына илтә лә инде. Быйыл юғары стипендия алыусылар байтаҡ, ә уның күләменә килгәндә – юғары стипендия 8 мең һумдан 18 мең һумға барып етә. Һәр студент стипендия комиссияһы өсөн портфолио әҙерләй. Уның буйынса тейешле балдарҙы студенттар активы үҙе иҫәпләй һәм башынан аҙағынаса күҙәтеп бара.
Юғары БДИ балдары менән килгән беренсе курс студенттарына ла академик стипендияға өҫтәмә рәүештә вуздың юғары стипендияһы билдәләнә, уның күләме айына 20 мең һумға тиклем.
– Мин бында башҡорт теле һәм инглиз теле уҡытыусыһы һөнәренә уҡыйым. Биш йыл белем алып, дипломлы белгес булып сығыуыбыҙ отошло, әлбиттә. Быйыл үҙем немец телен дә өйрәнә башланым. Бюджет бүлегендә уҡыйым һәм юғары стипендия алам. Әлбиттә, был аҡса миңә йәшәргә етә. Минең уйлауымса, бөтә нимә лә студенттың үҙенән тора, бары әүҙем булырға кәрәк. Беҙҙә үҫеш өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған – төрлө ҡалаларға йөрөйбөҙ, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Яңыраҡ Воронеж ҡалаһында Рәсәй студенттары отрядтарының “Рәсәй студент отряды батыры һәм һылыуҡайы” конкурсында “Үҙенсәлекле һылыуҡай” номинацияһына лайыҡ булдым. Беҙҙең өсөн “Пушкин картаһы” бик уңайлы, рәхәтләнеп киноларға, театрҙарға, музейҙарға йөрөйбөҙ, – тине Хәйбулла районынан килеп уҡыған Сулпан Исҡужина.
Әйткәндәй, факультетта Сулпан кеүек алдынғы студенттар бихисап. Уңған һәм өлгөрҙәр иҫәбенә Ишембай районынан Урал Таһиров, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Наҙгөл Арыҫланова, Ләйсән Тимерғәлиева, Ейәнсура районынан Элина Мусина, Күгәрсен районынан Илмир Ҡотлогилдин, Лиана Киленбаева, Ғафури районынан Наҙгөл Мөхәмәтдинова, Стәрлетамаҡ районынан Айгөл Хәйбуллина кеүек студенттарҙы индерергә мөмкин.
– Беҙҙең сығарылыш студенттары уңышлы эшләп йөрөй, уҡытыусылар конкурсында еңеүҙәр яулай. Факультетта башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына ҙур иғтибар бирелә һәм был мәктәптә уҡытҡанда әһәмиәтле урын тота. Шуға ла беҙ әҙерләгән уҡытыусыларҙы бар ерҙә лә теләп эшкә алалар, – тине филология фәндәре докторы, профессор, педагогия фәндәре кандидаты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, бер нисә китап авторы Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүталипова.
Күсәгилешлек һаҡлана
Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында быуындар бәйләнеше тотороҡло һаҡлана, мәҫәлән, күп кенә студенттарҙың ата-әсәһе, туғандары ҡасандыр тап ошо факультетта белем алған, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан. Башҡорт бүлегендә белем биргән уҡытыусыларҙың 80 проценты ошо факультетта һәм ундағы аспирантурала уҡыған. Был ата-әсәләр әле генә XI класты тамамлаған балаларының ҡараулы булырына ла ышанып, ошо уҡыу йортон һайлай. Факультет уҡытыусылары ла улар менән бәйләнеш тота, шул уҡ ваҡытта кураторҙар, тьюторҙар, йәғни кәңәшсе-тәрбиәселәр һәр студенттың хәле менән ҡыҙыҡһынып тора.
– I-II курстан һәр төркөмгә кураторҙар тәғәйенләнә, III-V курстарҙа – тьюторҙар. Беҙҙә III курстан студенттарҙы эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге бар һәм уларға резюме яҙырға өйрәтәләр. Дисциплинар комитеттар булдырылған. Студенттарға, төп академик стипендияға өҫтәп, матди ярҙам да түләнә. Бының өсөн уҡыуҙа һәм филиалдың тормошонда үҙеңде бар яҡлап та күрһәтергә кәрәк.
Һәр байрам, тарихи ваҡиға иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. Социаль селтәрҙә лә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә мөмкин.
Беҙҙә балалар тәртипле, тыйнаҡ, әҙәпле. Тимәк, коллектив мөхит уларға шундай йоғонто яһай, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты декандың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары, өлкән уҡытыусы Илнур Тимерхан улы Дилмөхәмәтов.
Әлбиттә, балаһын бүтән төбәккә ебәргән һәр ата-әсәгә уның ниндәй шарттарҙа уҡыясағы, йәшәйәсәге мөһим. Стәрлетамаҡ филиалында иһә был талаптарға ыңғай яуап биргән мөхит тыуҙырылған. Уҡыу йортоноң 3-сө ятағында булып, беҙ ҙә ундағы шарттар менән таныштыҡ.
Ятаҡҡа сит кешене бөтөнләй индермәйҙәр, һаҡ ҡуйылған. Унда ингәс тә бөхтәлек күҙгә сағыла, студенттар ситкә сыҡмайынса спорт менән шөғөлләнһен өсөн спорт залы һәм психологик ял бүлмәһе бар. Китап уҡыу бүлмәһендә интернетҡа тоташтырылған ике компьютер ҡуйылған. Һәр ҡатта кер йыуыу машиналары, аш бүлмәһе бар һәм башҡа уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Дежурлыҡ буйынса тәртип, таҙалыҡты күҙәтеп торалар.
Ғөмүмән, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында уҡытыусыларға ла, студенттарға ла берҙәй үҫеү һәм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Был хаҡта улар үҙҙәре лә ихлас белдерҙе. Мәҫәлән, “Бында уҡыу оҡшай. Ишембай районының Әхмәр ауылы мәктәбен ҡыҙыл аттестатҡа тамамлап, ошонда уҡырға килдем. Башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнәм. Ҡулыма диплом алғас, ауылыма мәктәпкә эшкә ҡайтырға теләйем”, – тине халыҡ-ара конкурстарҙа уңышҡа өлгәшкән Урал Таһиров.
– Уҡытыусы эше оҡшай. Факультетта күсәгилешлек һаҡлана. Бында төплө белем бирелә, шуға ла ҡыҙым да ошо факультетта белем ала. IV-V курстар кураторы булараҡ, шуны әйтер инем: уҡытыусылар менән студенттар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт булдырылған, ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә торабыҙ. Был бөгөнгө заманда үтә лә мөһим, – ти филология фәндәре кандидаты, доцент Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Арыҫланова.
Заман менән бергә
Башҡорт филологияһы кафедраһында уҡыу-уҡытыу процесын заман талаптарына ярашлы алып барыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған: матди база, техник саралар, мультимедиа комплекттары, дәреслектәр, хәҙерге заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған аудиториялар, юғары белемле уҡытыусылар. Студенттар, магистранттар, аспиранттар менән эшләү, лекцияларҙы, практик дәрестәрҙе үткәреү, курс эштәренә, сығарылыш квалификация эштәренә етәкселек итеү юғары кимәлдә ойошторолған. Был эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе – студенттар юғары билдәләргә өлгәшә, тейешле компетенцияларҙы үҙләштерә, курс эштәре, сығарылыш квалификацияһы эштәре юғары баһалана.
Әлеге көндә кафедра юғары белемле белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән. Кафедра уҡытыусыларының ғилми дәрәжәләре булыуға ҡарамаҫтан, белемдәрен үҫтереүҙе бер ваҡытта ла туҡтатмай, даими рәүештә төрлө курста, семинарҙарҙа, дипломдан һуң белем алыу курсында даими камиллашалар, тәжрибә уртаҡлашалар. Ғилми эш менән дә әүҙем шөғөлләнәләр: вуз-ара, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй кимәлендәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, ғилми сессияларҙа, симпозиумдарҙа ҡатнашалар, йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһайҙар, ғилми йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа мәҡәләләр баҫтыралар. Фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ, монографиялар, уҡыу ҡулланмалары нәшерләнә.
Башҡорт филологияһы кафедраһы Бөтә Рәсәй “Зәйнәб Биишева уҡыуҙары”, “Хәҙерге заманса ҡаҙаныштар юҫығында төрки филологияһы ғилми-ғәмәли конференцияларын уҙғара. Әйткәндәй, “Зәйнәб Биишева уҡыуҙары” уҡыу йортоноң үҙенсәлекле брендына әйләнгән. Был сараларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы, тел һәм әҙәбиәт ғилеме, сағыштырма грамматика, лингвокультурология, фольклористика, мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим мәсьәләләр ҡарала. Конференцияларҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән вәкилдәр йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһай. Мәҫәлән, быйыл Ҡаҙағстан, Саха-(Яҡут), Алтай, Сыуаш, Татарстан һәм башҡа республикаларҙың ғалимдарын тыңлағандар, улар ҡыҙыҡлы һәм көнүҙәк темалар буйынса сығыш яһаған.
Был докладтарҙың конференция материалдары йыйынтығында баҫылыуы уларҙы артабан ғилми һәм ғәмәли йәһәттән ҡулланыу мөмкинлеге бирә.
– Заман талаптарына ярашлы, “20/30 приоритет” йүнәлеше буйынса уҡытыусыларҙан, фән эшмәкәрҙәренән һәм студенттарҙан инновациялы асыштар, проекттар талап ителә. Шуның өсөн студенттар элекке кеүек тар йүнәлештә тикшереү эше буйынса түгел, ә төрлө өлкә буйынса проекттар эшләргә тейеш. Ғөмүмән, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты башҡа фәндәр менән берлектә проекттар эшләй. Мәҫәлән, “Росмолодежь” гранттар конкурсына 12 проект ебәрҙек. Шулай уҡ республика һәм юғары уҡыу йортоноң гранттарында ла әүҙем ҡатнашырға бурыслыбыҙ, – тип фекерен белдерә декандың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, доцент Айнур Фәнис улы Үтәев.
Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытып
Башҡорт филологияһы кафедраһының төп маҡсаттарының береһе – халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү. Был йүнәлеш тәү сиратта сит илдәрҙән студенттар ҡабул итеү, уларға белем биреү йәһәтенән тормошҡа ашырыла. Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан республикаларынан студенттар башҡорт телендә белем ала һәм улар телде бик уңышлы өйрәнә. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек итеү ғилми йүнәлештә лә алып барыла – конференцияларҙа, семинарҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, башҡа төрлө сараларҙа ҡатнашыу һәм бергәләп ойоштороу.
Студенттар өсөн тағы ла бер бик ҡыҙыҡлы йүнәлеш – Ҡытайҙағы Наньчан университеты менән хеҙмәттәшлек программаһы буйынса факультет студенттары Ҡытайҙа бер йыл уҡып ҡайта. Бакалавриат программаһын тамамлағас, улар уҡыуҙы Ҡытайҙа магистратурала дауам итә ала.
– Беҙҙең студенттар был мөмкинлектән файҙалана ла инде. Мәҫәлән, Руслан Камалов Наньчан университетында бер йыллыҡ стажировкала булғандан һуң, бакалавриатты беҙҙә тамамланы, унан һуң инде белем алыуҙы Ҡытайҙа магистратурала дауам итте. Ғөмүмән, Башҡорт филологияһы кафедраһы Башҡортостандың көньяғындағы ҡалалар һәм райондар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте, инглиз, рус телдәре уҡытыусылары әҙерләй. Бөгөнгө заман уҡытыусыһына үҙ предметын яҡшы белеү генә аҙ, шуға күрә кафедра киң эрудициялы, яуаплы, һанлы компетенцияларға эйә булған, иңенә төшкән мөһим бурысты атҡарып сығырҙай, үҙ өҫтөндә даими эшләгән уҡытыусылар әҙерләү бурысын ҡуя, – ти Зөһрә Сәләхова.
Игорь Анатольевич СЫРОВ, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры:
– Беҙҙең филиалда башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты – ҡеүәтле үҫешкән бер нисә структураларҙың береһе. Бөгөнгө эш баҙарында факультетҡа ихтыяж бар. Был тәү сиратта Башҡортостандың көньяғы өсөн башҡорт һәм төрки филологияһы буйынса белгестәр әҙерләү – ғәмәлдә башҡорт, татар һәм сыуаш мәктәптәре өсөн. Төбәктең көньяғында ошо өлкәлә эшләгән белгестәрҙең 80 – 85 проценты беҙҙең уҡыу йортон тамамлаған.
Филиал етәкселеге милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм таратыу мөһимлегенән сығып, факультетты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Әле милли кейемдәр, уҡ-ян кеүек әйберҙәр алыуға ҡул ҡуйҙым. Ошо йүнәлештәге эш мәктәп тамамлаусыларҙы факультетта уҡытылған фәндәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр һәм беҙгә уҡырға килеү теләген көсәйтер, тип ышанабыҙ.
Факультет коллективы филиал тормошонда лә әүҙем ҡатнаша, беҙҙең иғтибар үҙәгендә булған республиканың көньяҡ райондарының социаль-мәҙәни ҡатламын ҡыҙыҡһындырырлыҡ республика кимәлендәге конкурстарҙың, олимпиадаларҙың положениеларын әҙерләй, төрлө саралар ойоштора.
Коллектив һәр саҡ үҫешкә ынтыла. Бында факультет етәксеһе Рәйсә Хәким ҡыҙы Илишеваның да өлөшө ҙур. Ул үҫеш киләсәген күрә һәм факультетты үҫтереү планы ла бар.
Факультетты тамамлаған студенттарға хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур, сөнки улар килгән райондарына яңынан эшкә ҡайта, ундағы кадрҙар мәсьәләһен хәл итә.
Рәйсә Хәким ҡыҙы ИЛИШЕВА, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, доцент:
– Беҙ иң тәүҙә сифатлы кадрҙар әҙерләү маҡсатын ҡуябыҙ. Бөгөнгө уҡытыусы төрлө йүнәлештәрҙә эшләй алырлыҡ әҙер белгес булырға тейеш. Хеҙмәт баҙары, шулай уҡ ата-әсәләр ҙә, студенттар ҙа беҙҙән шуны талап итә. Заман талаптарына яуап итеп, факультеттағы көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә лә ике профилле белем биреү тормошҡа ашырыла. 2022 йылда бюджет урындары арттырыласаҡ.
Район хакимиәттәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, шуға ла уларҙан махсус йүнәлтмә буйынса абитуриенттар ҡабул итәбеҙ. Улар райондарына ҡайтып, практика үтә, аҙаҡ эшкә лә үҙҙәрендә ҡала.
Факультеттың матди-техник базаһы даими яңыртыла. Мәҫәлән, быйыл компьютер класы тулыһынса яңыртылды. Әле коворкинг эшләнә. Унда аралашыуға уҡытыусыларҙы, студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, билдәле шәхестәр саҡырыласаҡ. Быйыл аҡса бүленеп, “Китап” нәшриәтенән китаптар алдыҡ. Зәйнәб Биишева музейына ремонт эшләнде.
Рәмилә МУСИНА.