Белем һәм тәрбиә
10 Декабрь 2021, 14:20

“Волга буйы технополистары” проекты менән таныштырҙылар

Өфөләге был биләмә ысын фәнни ҡаласыҡҡа, йәғни алдынғы лабораториялары булған мәғрифәти үҙәккә әйләнәсәк.

“Волга буйы технополистары” проекты менән таныштырҙылар“Волга буйы технополистары” проекты менән таныштырҙылар
“Волга буйы технополистары” проекты менән таныштырҙылар

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышына вуз-ара кампус проектын тәҡдим итте. Ул Волга буйы федераль округының кураторлығында төбәктәр менән берлектә әҙерләнгән ине.

“Волга буйы технополистары” проекты кампустар һәм технологик майҙансыҡтар булдырыу буйынса төбәк башланғыстарын берләштерә. Уға Волга буйы федераль округының ун төбәгенән, шул иҫәптән Башҡортостандан да, 13 проект индерелгән.

“Кампустарҙың үҙ-ара көнәркәшле мөнәсәбәттә булмауы, киреһенсә, бер-береһен тулыландырыуы бик мөһим. Һәр береһенең үҙ йүнәлеше һәм өҫтөнлөктәре бар. Шулай уҡ улар субъекттарҙың айырым иҡтисади биләмәләре һәм башҡа үҫеш нөктәләре менән бәйләнгән. Волга буйы федераль округы эсендә ғәмәлгә ашырыу схемаһы – идеянан аныҡ продуктҡа тиклем уйланылған. Бындай алым дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам сараһының һөҙөмтәлелеген арттырысаҡ”, - тип билдәләне Дмитрий Чернышенко.

Белеүебеҙсә, вуз-ара кампус проекты Өфөлә ике этапта тормошҡа ашырыласаҡ. Тәүгеһе барышында, 2022-2023 йылдарҙа, баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамында "IQ-парк” юғары технологиялар технопаркының бинаһы реконструкцияланасаҡ. Бында коворкингтар, һанлы китапхана, студент компанияларының, вуздар ҡарамағындағы бәләкәй предприятиеларҙың офистары, лабораториялар урын аласаҡ.

Икенсе этапта (күҙалланыуынса, 2025 йыл аҙағына тиклем) ошо уҡ районда заманса студент ятаҡтары төҙөү планлаштырыла. Унда яҡынса 3500 студент һәм аспирант йәшәйәсәк. Был биләмә ысын фәнни ҡаласыҡҡа, йәғни генетика, фотоника, климат, авиация-космос һәм һанлы технологиялар йүнәлешендәге алдынғы лабораториялары булған мәғрифәт үҙәгенә әйләнәсәк.

Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Фән" милли проекты (национальный проект "Наука") һәм "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. 

Фото: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас