Белем һәм тәрбиә
14 Декабрь 2021, 12:50

Бындағы мәктәп бик матур!

Бишбүләк районы Рәсәйҙә нимәһе менән үҙенсәлекле? 

Бындағы мәктәп бик матур!Бындағы мәктәп бик матур!
Бындағы мәктәп бик матур!

Бишбүләк районына эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район үҙәгендәге 320 урынлыҡ 3-сө мәктәптең яңы корпусында булды. 231,7 миллион һум торған объектты 2019 йылда төҙөй башлағайнылар. Быйыл декабрь башында төҙөлөш-монтаж эштәре тулыһынса тамамланған һәм әле ҡорамалдарҙы урынлаштыра башлағандар.

Радий Хәбиров уҡыу кластарын, технология, информатика, милли телдәр өйрәнеү кабинеттарын, музыка һәм спорт залдарын, медицина блогын һәм 160 урынлыҡ ашхананы ҡарап сыҡты. Әйткәндәй, республика лаборатория техникаһы, аҙыҡ-түлек әҙерләү блогы, уҡыу һәм хужалыҡ ҡоралдары алыу өсөн 19,2 миллион һум аҡса бүлгән.

Мәктәп директоры Изольда Родичкина һөйләүенсә, белем биреү процесын ойоштороу өсөн педагогик состав тупланған. Учреждение 2022 йылдан – өсөнсө сиректән эш башлаясаҡ. Тәүҙә кластарға 188 бала алғандар, ә сентябрҙән мәктәпкә 320 бала йөрөйәсәк. Был Бишбүләк районындағы икенсе смена проблемаһын тулыһынса хәл итәсәк.

Төбәк етәксеһе башҡарылған эштәрҙең сифатын юғары баһаланы. Ул ҙур заманса мәктәптәрҙе тап яңы биҫтәләрҙә төҙөүгә иғтибар бүләбеҙ тине. Был уларҙа социаль инфраструктура булдырыу һәм кешеләрҙең тормош сифатын күтәреү өсөн мөһим.

Шулай уҡ Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына “Юғарыға ос!” белем биреү проекты сиктәрендә мәктәптә балалар стоматология кабинетын булдырыу буйынса тәҡдим әҙерләргә ҡушты.

– Сифатлы стоматология ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе ауылда айырыуса көнүҙәк һәм уны бәләкәйҙән башларға кәрәк. Шуға күрә беҙ мәктәптәрҙә ошондай заманса кабинеттар булдырыу буйынса комплекслы программаны тормошҡа ашырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр район балалар теш табибын үҙаллы таба алмаһа, беҙ мотлаҡ белгес эҙләргә ярҙам итәсәкбеҙ.

Радий Фәрит улы Бишбүләк районына эш сәфәре тураһында социаль селтәрҙәрҙә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Күҙаллауым буйынса, Бишбүләк - республикала ғына түгел, бәлки, Рәсәйҙә лә муниципаль гимны биш телдә - рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм мордва телендә яңғыраған берҙән-бер райондыр. Ошонда беҙҙең күп милләтле илебеҙҙең, күп милләтле республикабыҙҙың сағылышы һәм мәғәнәһе, беҙ уны халыҡтар дуҫлығы тип атайбыҙ. Һәм беҙгә быны бик ныҡ һаҡларға кәрәк.

Бишбүләк районында проблемалар ҙа күп. Беҙ социаль учреждениеларға ярҙам итәсәкбеҙ, юлдарҙы ремонтлаясаҡбыҙ.

Бишбүләктәге яңы мәктәп бик оҡшаны. Ул заманса һәм яҡшы йыһазландырылған. Оҙаҡламай мәктәп коридорҙары буйлап балалар йүгереп йөрөйәсәк.

Минең тура бәйләнешем ваҡытында Сиҙәкбаш ауыл мәҙәниәт йорто директоры мөрәжәғәт итеп, ремонт буйынса ярҙам һорағайны. Бының өсөн республика бюджетынан аҡса бүлдек, бында шөғөлләнгән һәләтле кешеләргә ярҙам буласаҡ.

Урындағы эшҡыуарҙар ҙа хөрмәткә лайыҡ. Улар бағыр үрсетеү хужалығы булдырған һәм йәй көнө уларға ҡунаҡҡа алты мең турист килгән. Ауыл өсөн был бик күп. Уларға һәм ошоноң ише башҡа эшҡыуарҙарға нисек ярҙам итеүҙе уйлаясаҡбыҙ.

Бишбүләк районының һәм республиканың бар халҡына ла һаулыҡ теләйем”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас