Белем һәм тәрбиә
14 Декабрь 2021, 15:20

Үҙе лә, эше лә матур

Һөйөү бар ерҙә бөтәһе лә ыңғай бара.

Бөгөнгө заманда йәш быуынды уҡытыуҙың һәм тәрбиәләүҙең ҡатмарлы бурыстарын хәл итеү уҡытыусыға, уның һөнәри оҫталығына, ижади эҙләнеүенә һәм мәҙәни кимәленә бәйле. Тәү сиратта был туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ҡағыла, сөнки йәш быуынға рухи, мәҙәни тәрбиәне улар бирә. Үҙ телеңә, ата-бабаларыңдың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, халҡыңдың быуындан-быуынға күсә килгән ижадына һөйөү тәрбиәләү – илеңә, тыуған ереңә мөхәббәт тәрбиәләү тигән һүҙ.

Еңеүҙәргә өлгәшеү юлы

 

Сибай ҡала гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Ҡарасованы күптәр яҡшы белә. Йыл һайын республика ярыштарында, предмет-ара олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулаған уҡыусылары – уҡытыусының хеҙмәт ҡаҙанышы.

Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуып үҫкән Зөлфиә мәктәпте тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының “Тарих, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” бүлегенә уҡырға инә. Хеҙмәт юлын 2003 йылда Сибай ҡалаһының 7-се мәктәбендә тарих уҡытыусыһы булараҡ башлай. Йылайыр районы егете Марат Салауат улы менән дә уны Сибай таныштыра. Йәштәр 2006 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Бөгөн Марат Ҡарасов – полиция капитаны. Тормоштарын йәмләп ике ҡыҙҙары үҫә.

Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы Сибай гимназия-интернатына 2009 йылда эшкә килә. Уҡыусыларға башҡорт теле нескәлектәрен, әҙәбиәттең бай мираҫын, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын өйрәтә ул. Уның дәрестәрен уҡыусылары һәр саҡ көтөп ала, яратып ҡабул итә. Юғары категориялы уҡытыусының үҙенә генә хас уҡытыу алымдары бар. Ул баланы бар яҡлап үҫтереүгә, һәләттәрен асыуға ҡоролған. Мәҫәлән, үткән йылда уның уҡыусыһы Ленара Аҡъюлова “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсында өсөнсө урынды яулаған. Билдәле булыуынса, гимназия-интернатҡа күпселек көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәгән балалар килә, шуға күрә күптәргә туған телде өйрәтеү кәрәкмәгән дә кеүек тойолалыр, әммә ысынбарлыҡта улай түгел. “Уҡыусыларҙа әсә теленә һөйөү тәрбиәләй алыуығыҙҙың сере нимәлә?” тигән һорауға Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы:

– Бала күңелен тойоп, уның нескә ҡылдарына барып етеп, ышаныс уята алаһың икән, тимәк, һин был уҡыусы менән уртаҡ тел таптың, тигән һүҙ. Шул саҡта ғына уны бар яҡлап ижади үҫтереү юлдарын эҙләргә мөмкин. Балаларҙы яратмай тороп, еңеүҙәргә өлгәшеү мөмкин түгел, – тип яуапланы.

 

Уртаҡ тел таба

 

Уҡыусыларының да, уҡытыусының да еңеүҙәре бихисап. Эвелина Уралбаева ЮНЕСКО буйынса үткән “Тапаҡов уҡыуҙары”нда III урынды яулаған, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына ойошторолған ижади конкурста ла призлы урынға лайыҡ булған. Шулай уҡ тырыш ҡыҙ  әхирәте Айнагөл Байраҡаева менән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған фәнни-ғәмәли конференцияла икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулай.

Зөлфиә Ҡарасованың уҡыусылары йыл һайын ҡала буйынса ғына түгел, республика кимәлендә предмет-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, күпселек алдынғы урындарға лайыҡ була. Был, әлбиттә, уҡытыусының да ғәйәт ҙур тырышлығы, уҡыусылары менән йылдар дауамында көсөргәнешле эшләү һөҙөмтәһе лә ул. Үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, ул балалар менән айырым шөғөлләнә, олимпиадаларға әҙерләй.

Юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының эшендәге төп һыҙаттарҙың береһе – үҙ-үҙенә ҡарата талапсанлыҡ. Уҡыусыларына төплө белем биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың шәхес булып үҫеүенә лә ҙур иғтибар бирә. Ата-әсә йортонан айырылып, гимназия-интернатҡа килгән уҡыусылар тәүҙәрәк өйрәнеп киткәнсе үҙҙәрен ҡыйыуһыҙ тота, туғандарын һағына, иптәштәре, уҡытыусылар менән дә уртаҡ тел таба алмай интегә. Тап ошо мәлдә Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы һәр баланың күңеленә асҡыс таба, үҙе тәҡдим иткән ижади эштәре, иншалары менән уҡыусыларының уй-кисерештәрен аңлай, туған телдең илаһи моңо менән уларҙың һағыныуҙарын дауалай.

Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова әйтеүенсә, Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы үҙ эшенә бик яуаплы һәм талапсан. “Ниндәй генә эште ҡушһаҡ та, уны аҙағына тиклем алып барып еткерәсәгенә һәр саҡ ышанабыҙ”, – ти ул.

– Белемле, киң эрудициялы, заман менән йәнәш атлаған уҡытыусы ул. Үҙ предметын бик яҡшы белә, тарих фәне менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, белгәнен уҡыусылар күңеленә еткерә. Балалар менән һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә: конференцияларға ғилми докладтар яҙалар, төрлө эҙләнеү, тикшеренеү эштәре алып баралар, ижад бәйгеләрендә, конкурстарҙа ҡатнашалар, яҙыусылар, артистар менән осрашалар. Был сараларҙың барыһын да Зөлфиә Ҡарасова үҙе атҡарып сыға, уҡыусыларын да йәлеп итә.

Быйыл беҙ уға ҙур ышаныс менән яңы ҙур ғына класты тапшырҙыҡ. Ҡырҡ ата балаһы менән тиҙ уртаҡ тел табып, тәүге йыл уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, ул етәкселек иткән VII “А” класы бөгөн иң яҡшылар рәтендә. Шулай уҡ ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырып өлгөрҙө. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ Зөлфиә Нуретдин ҡыҙының эшенән һәм уңыштарынан бик ҡәнәғәтбеҙ. Тап уның кеүек балаларҙы яратҡан, үҙ эшенең оҫталары беҙҙең белем усағында эшләүе – икеләтә ҡыуаныс, – тине Роза Хаммат ҡыҙы.

Ижадҡа илһамландыра

 

Дәрестәр биреү менән генә сикләнмәй Зөлфиә Ҡарасова, бүтән өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе башҡорт теле дәрестәренә ылыҡтырыу буйынса ла маҡсатлы эш алып бара. Магнитогорск ҡалаһы башҡорттарына милли рух таратырға, әҙәби бәйләнеш булдырырға, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡасабаһына барып, “Йәкшәмбе мәктәбе”ндә дәрестәр бирергә лә ваҡыт таба ул.

Өлгәшелгәндәр сик түгел уға. Мәктәптең тормошонда ҡайнап йәшәргә, яңы уҡытыу алымдарын ҡулланырға, дәрестәрен ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үткәрергә, уҡыусылар менән яңынан-яңы эҙләнеүҙәр аша, халҡыбыҙҙың тарихын, бөгөнгөһөн һәм киләсәген барларға тырыша.

Тырышлыҡтары ла бушҡа түгел, уҡытыусы хеҙмәтенең ваҡытында баһаланыуы ла бик мөһим. Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы Сибай гимназия-интернатында уҙғарылған йыл йомғаҡтары 2020/21 уҡыу йылында “Иң яҡшы уҡытыусы” исеменә лайыҡ булған. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2011” республика конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы, шулай уҡ бик күп Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Геройымдың йәнә бер матур сифаты бар. Уның бар булмышын баҫалҡылыҡ биләй. Күңел йомартлығы, рух ҡөҙрәте, эшенә, яҡындарына, уҡыусыларына һәм коллегаларына ҡарата йомшаҡ мөнәсәбәт. Ошо матур сифаты уны тағы ла нурлыраҡ итә, үҙенә ышаныс өҫтәй һәм бар тирә-йүнде һөйөү хисенә күмә. Ә һөйөү бар ерҙә эштәр ҙә ыңғай бара, ижадҡа илһамландыра, яңы маҡсаттарға юл аса.

 

Кәримә УСМАНОВА.

 

Сибай ҡалаһы.

Читайте нас