Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
14 Декабрь 2021, 20:23

Ил яҙмышына бәйле икәнен онотмайыҡ

Көнүҙәк мәсьәләләр буйынса һөйләшеү.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың шәхси архивынан.
Фото:Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙың шәхси архивынан.

Туған тел мәсьәләһе бөгөнгө заманда айырыуса көнүҙәк. Башҡорт балаларының ғаиләлә үҙ телендә һөйләшә алмауы айырыуса борсолоу тойғоһо уята. Башҡорт теле көнө алдынан Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, М. Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты, Учалы районы хакимиәте мәғариф бүлегенең баш белгесе Зилә Ғизетдин ҡыҙы Шәрәфетдинова, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Белорет ҡалаһындағы 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баныу Зарим ҡыҙы Астанова, республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөрйән районы Байназар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова менән туған тел яҙмышы хаҡында түңәрәк өҫтәл ҡорҙоҡ.

– Башҡорт теленең бөгөнгө хәленә, туған телдә аралашыу даирәһенә ниндәй баһа бирер инегеҙ?

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА: – Туған тел, һәр халыҡтың үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген бәйләп торған оло рухи хазина булараҡ, һәр дәүерҙә лә дәүләт ҡурсалауына мохтаж.

Телде һаҡлау һәм артабан үҫтереү өсөн республикабыҙҙа 2021–2030 йылдарға туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы раҫ­ланды, туған телде һаҡлау йүнәлешендә дәүләт гранттары, туған телде өйрәнеүҙә хәҙерге технологиялар ҡулланыуҙа уҡытыусыларға ярҙамға мәғарифты үҫтереү институты базаһында ресурс үҙәк булдырылды. Мәғариф министрлығында милли бүлектең үҫеше күҙәтелә, тел өйрәнеүҙәге проблемаларҙы уртаға һалып хәл итерлек форумдар, ҙур саралар ойошторола, башҡорт теле уҡытыусыларының берҙәм ассоциацияһы булдырылды, башҡорт теле уҡытыусыларының съезы үткәрелә, полилингваль мәктәптәр асыла һәм башҡа күп саралар башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе аса. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының башҡорт телендә һирәк булһа ла сығыш яһай башлауы күңелдәрҙә өмөт уята. Хакимиәт кимәлендәге тантаналы сара­ларҙа хөрмәтле етәкселәребеҙҙең туған телдәге сығыштары ла башҡорт теленең дәүләт статусына эйә булыуын раҫлай.

Әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү өсөн дәреслектәрҙең, беренсе сиратта, аралашыу телмәрен үҫтереүгә йүнәлтелмәүе, мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүгә сәғәттәрҙең бик аҙ булыуы – башҡорт телендә иркен аралашыуҙы сикләгән күп сәбәптәрҙең береһе. Шулай ҙа туған телдә аралашырға теләге булған һәр кемгә бөтә мөмкинлектәр асылған. Туған тел яҙмышына, тыуған ер яҙмышына, халҡыбыҙҙың киләсәгенә һәр кем битараф булмағанда ғына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ киң даирәлә ҡулланыу ҡанундары тормошҡа ашыр. Ғәмәлдә туған телде һаҡлап ҡалыу, баш­ҡорт теленең дәүләт теле булараҡ үҫешеүе мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Туған телебеҙҙе яҡлауға һәм артабан да үҫтереүгә дәүләт кимә­лендәге саралар, ғаиләлә тыуған ергә, рухи тамырҙарыбыҙға ҡарата илһөйәрлек тойғоһон кесе йәштән көндәлек йәшәйештә тәрбиәләү, милли рухлы ғаилә байрамдарын ойоштороу – барыһы ла туған телебеҙҙең ысын мәғәнәһендә төбәк халҡының дәүләт теле рәүешендә үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай.

Баныу АСТАНОВА:

– Башҡорт теленең бөгөнгө хәлен баһалағанда, ул яңы һулыш кисерә, тип әйтер инем. Башҡорт телен популярлаштырыу, уны икенсе дәүләт теле булараҡ уҡытыу йәһәтенән байтаҡ эш башҡарыла, дәүләт программалары ҡабул ителә. Яңынан-яңы хәҙерге заман проекттары уҙғарыу, туған телде үҫтереү буйынса төрлө йүнәлештәр булдырыу, яңы быуын әсбаптарын нәшерләп сығарыу – барыһы ла башҡорт теленә ҡарата хөрмәт тәрбиәләгән, уға дәүләт теле булараҡ ҡыҙыҡһыныу уятҡан әһәмиәтле саралар.

Мәҫәлән, быйыл “Китап” нәшриәтендә беҙҙең ҡаланың бер төркөм башҡорт теле уҡытыусылары авторлығында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һәм Башҡортостан мәҙәниәтен өйрәнеү өсөн “Афарин” уҡыу-уҡытыу методик тупланмаһы донъя күрҙе. Был әсбап II-IV кластарға тәғәйенләнгән, үҙ эсенә интерактив уҡыу әсбабын, эш дәф­тәрен ала. Уҡыу әсбаптарына, заман талаптарына ярашлы, QR-кодтар ҡуйылған һәм сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән. Уның төп үҙенсәлектәренең береһе – тел менән мәҙәниәтте берлектә өйрәнеү. Был үҙ йәһә­тендә уҡыусыларҙа башҡорт телен, дәүләт теле булараҡ, тиҙ һәм еңел үҙләш­терергә ярҙам итә. Шулай уҡ уҡыусыларҙа ынтылыш ҡына тыуҙырып ҡалмай, ә танып бе­леү ҡеүәһен, ижади әүҙемлекте арттыра.

Рәсимә БАЯЗИТОВА:

– Мин дә хеҙмәттәштәремдең фекере менән килешәм: башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу артты. Электрон дәреслектәр менән эш яҡшы ойошторолдо. Дәреслектәр тәү башлап өйрәнеүселәр өсөн дә уңайлы, ҡулланыу даирәһе лә киңәйҙе.

Әлбиттә, был һәр төбәктең үҙенән дә тора. Алға ынтылыш булған район һәм ҡалаларҙа эштәр бик яйлы, әүҙем бара. Электрон дәреслектәр ғалимә М.Ғ. Усманова тарафынан хатта төрөк теленә, башҡа сит телдәргә тәржемә ителде. Башҡорт те­лен сит илдәрҙә лә үҙ теләгең менән өйрә­неү һәйбәт кимәлдә ҡуйылды. Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм башҡа өлкәләрҙә лә башҡорт теле өйрәнелә, уҡытыла. Был – бик яҡшы күренеш.

Ғалимдарыбыҙ, етәкселәребеҙ киң даирәлә телде өйрәнеүгә иғтибар бүлә. Ту­ған телебеҙ ысын мәғәнәһендә дәүләт теленә әйләнде. Һәр кемдең, етәкселектең был эште атҡарыуы, дөрөҫ йүнәлеш алыуы үҙенән тора.

 

– Башҡорт теле уҡытыусыһы, белгесе булараҡ, һеҙҙе ниндәй мәсьәләләр борсой?

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА:

– Туған телебеҙ һәм баһалап бөткөһөҙ мәҙәни мираҫыбыҙ ҡиммәттәре беренсе сиратта ғаиләләрҙә, үҫеп килгән йәш быуын күңелендә тамыр йәйә алһын ине, сөнки туған тел – халыҡтың мәңге тере тарихы. Ошо ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторған, уртаҡ аралашыу сараһын үҫтергән, аҡылын байытҡан, данын арттырған, кемлеген бар донъяға танытҡан, бүтән халыҡтар менән аралаштырған.

Әммә шуныһы бар: кешегә туған телен, тыуған ерен һайлау мөмкинлеге бирелмәгән. Ул – беҙгә ата-бабаларҙан ҡалған хазина. Шул хазина бөгөн тыуған йортта, тыуған ерҙә, үҙ халҡыбыҙ араһында ла яҡлауға мохтаж.

Ҡайһы берҙә: “Ниңә кәрәк ул башҡорт теле? Мин бит унан БДИ бирмәйем!” – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Уҡыусыларға туған тел БДИ бирер өсөн генә кәрәкме икән?! Далалағы тамырһыҙ ҡамғаҡтай, тарихи тамырҙарынан өҙөлгән күңелдә өмөт бармы? Рухи ҡиммәттәргә нигеҙләнмәгән белем бала күңелендә ниндәй орлоҡтар ҡалдырыуын бөгөн йәш ата-әсәләр онотмаһын ине. Белем менән бергә беренсе сиратта рухи байлыҡҡа үрелгән кешелек сифаттары ҡиммәтле. Үткәненә хөрмәт менән ҡарағандарҙың ғына бөгөнгөһө уңышлы, киләсәге өмөтлө.

Рәсимә БАЯЗИТОВА:

– Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, мине дәрестәр һанының программа үҙләштереүгә бик аҙ бирелеүе борсой. Был мәсьәләне яңынан ҡарарға һәм дәрес һаны менән тәьмин ителеште юлға һалырға кәрәк. Төплө белем биреү өсөн был һорауға ыңғай ҡарарға кәрәктер, минеңсә.

Уҡыусыларыбыҙҙың әҙәби китаптарҙы бик аҙ уҡыуы ла борсолдора. Был тәңгәлдә башҡорт әҙәби китабына ҡыҙыҡһыныу уятырҙай ниндәйҙер эштәр башҡарыу ҙа кәрәк, мәҫәлән, китапхана менән бәйләнеш. Китап уҡымаған баланың телмәре лә ярлылана бара.

Баныу АСТАНОВА:

– Мине лә иң борсоғаны – балаларҙың (балаларҙың ғына түгел, уларҙың ата-әсәләренең дә) башҡортса әҙәби әҫәрҙәр уҡымауы. Ә бит китап уҡымағас, башҡорт нәфис әҙәбиәте менән таныш булмағас, баланың фекерләү кимәле лә түбәнәйә, башҡортса уйлағанын әйтә белмәй. Мин үҙем ҡала мәктәбендә эшләйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәп китапханаһы кәштәләрендә һуңғы йылдарҙа балалар өсөн сыҡҡан башҡортса әҫәрҙәр юҡ кимәлдә. Ә бит заманса сағыу биҙәлгән, мауыҡтырғыс йөкмәткеле әҫәрҙәр баҫылып тора, шуға күрә мәктәп китапханаларын башҡорт әҙиптәренең китаптары менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә күтәрергә кәрәк.

 

– Хатта ауылдарҙа ла балалар туған телен онота бара. Һеҙҙеңсә, был хәлде үҙгәртеү мөмкинме?

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА:

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бала саҡта күргән, тәрбиә сығанағы булған өләсәйҙәр мәктәбенең бөтә барыуы, туған телебеҙҙең биҙәге булырҙай һүҙҙәрҙең телмәрҙән төшөп юғала барыуы ла күңелде шомландырып, телебеҙҙең һаҡланған хәлдә лә ярлылана барыуы – аяныслы күренештәрҙең береһе. Телевидение йәки матбуғат башҡортса яңғыраһа, баҫылһа ла, ысын саф башҡорт теле, халыҡ теленең ҡабатланмаҫ биҙәктәре ҡулланылыштан, йәш быуын телмәренән төшөп бара. Хәҙерге заман көнкүрешендә ауыл менән ҡала шарттарында айырмалыҡтар юйыла барған кеүек, ауыл балалары менән ҡала балаларының туған телдәге телмәрендә лә айырмалыҡтар бөтә бара. Был йәһәттән телевидениела күрһәтелгән рус телендәге йәнһүрәттәрҙең, рекламаларҙың баланың теле сыҡҡан осорҙа кире йоғонто яһауы көн кеүек асыҡ. Йор һүҙле, көләс йөҙлө, әкиәттәр һөйләп ейән-ейәнсәрҙәре менән аралашҡан өләсәйҙәр – ауылдарҙа ла һирәк күренеш хәҙер. Ауыл ерендә эш урындары булмағанлыҡтан, йәш ғаиләләр ҡалаға ынтыла, балалар өләсәйҙәре янына ялға ғына ҡайта, аралашыу ваҡыты ла сикләнгән. Бөгөнгө пандемия шарттарында йәнле аралашыу бигерәк тә һирәгәйҙе.

Рәсимә БАЯЗИТОВА:

– Кеше нисек һөйләшергә өйрәнә? Тирә-яҡтағыларҙан ишеткән һүҙбәйлә­нештәрҙе, һөйләмдәрҙе үҙе яйлап әйтә башлай. Ә бөгөнгө заманда балаларҙы бәләкәйҙән үк рус мөхите уратып ала: йәнһүрәттәр, фильмдар, интернет. Тел руссаға ҡалыплаша.

Аҡҡош, суртан, ҡыҫала һымаҡ булмай, берҙәмлек менән генә туған телде һаҡлап буласаҡ. Ата-әсәләр менән тығыҙ бәйлә­неш булдырыу барыбер ҙә етешмәй. Был тәңгәлдә хеҙмәт тәрбиәһенә иғтибарҙы арттырыу ҙа мөһим.

Кешенең тормошо тел менән бәйле. Беҙҙең Бөрйәндә, саф башҡорт телендә генә һөйләшкән район булараҡ, туған телде онотоу мәсьәләһе бик борсомай тип әйтер инем, сөнки беҙҙә ғаиләләрҙә башҡортса һөйләшәләр, аралашалар, мәктәптәрҙә күп дәрес башҡорт телендә алып барыла. Төп предметтар ҙа ике телдә уҡытыла, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә. Шулай ҙа хәҙерге заман шауҡымына эйәреп, ҡайһы бер йәш ғаиләләр араһында фәҡәт рус телендә һөйләшеүҙе хуп күреүселәр ҙә осрай. Был хәл уйландыра, әлбиттә...

Баныу АСТАНОВА:

– Эйе, һуңғы йылдарҙа ошондай күренештәргә йыш тап булырға тура килә. Таныштар, ауылдаштар, туғандар араһында балалары менән махсус рәүештә рус телендә аралашыусыларҙы күреп, һорағаным да булды. Уларҙың яуабы иҫте китәрҙе: “Русса уға (балаға) еңелерәк бирелә”, “Ул башҡортса аңлай бит, еткән, ярай, русса телмәре үҫешһен”, “Әллә, беҙ уның менән башҡортса һөйләшәбеҙ ҙә ул, тик ул беҙгә русса яуап ҡайтара” һ.б.

Ғаиләлә тел мәсьәләһен ата-әсәләр тарафынан бик анһат ҡына хәл итергә тырышыумы, әллә битарафлыҡмы? Күрәләтә балаларын туған теленән мәхрүм иткән ата-әсәләрҙе йәлләйем мин, улар киләсәктәрен уйламай, хәстәрләмәй, бөгөн­гө менән генә йәшәй. Был хәлде үҙгәртеү мөмкиндер, йәш быуын менән эшләргә кә­рәк, тип уйлайым, сөнки улар –  киләсәгебеҙ.

Аңлы, рухлы, белемле йәштәребеҙ – буласаҡ ата-әсәләр, улар менән туған телдең әһәмиәте тураһында эш алып барыу фарыз. Был йәһәттән мин Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды әҙерләгән ресурстарҙы, социаль видеороликтарҙы билдәләр инем. Үҙем дә дәрестәрҙә уларға йыш ҡына мөрәжәғәт итәм, ата-әсәләр, балалар чаттарына һалам, ошо видеороликтар буйынса әңгәмәләр үткәрәбеҙ.

Тамсы тама-тама ташты тишә, тигәндәй, йәш быуынға туған телде өйрәнеү, туған башҡорт телендә һөйләшеүҙең мөһимлеген ошо рәүешле уларға яҡын булған медиа-, интернет ресурстар аша һеңдереү күпкә отошлораҡ, минеңсә. Башҡорт телендә һөйләшергә кәрәк, туған телеңде өйрән, тип тылҡып ҡына ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә алмаясаҡбыҙ.

– Дәүләт ярҙамынан тыш, милли йәмәғәтселектең башҡорт телен үҫтереү өсөн ниндәй саралар күрергә хәленән килә?

Зилә ШӘРӘФЕТДИНОВА:

– Заманында башҡорт илендә йәмә­ғәтселектең роле бик юғары кимәлдә бул­ған. Ҡорға йыйылып кәңәш ҡороуҙар, оло­ларҙы ихтирам итеү, уларҙың фекере йәш быуынды тәрбиәләүҙең асылын тәшкил иткән. Милләтебеҙҙең асылы булған халыҡ йолаларын тергеҙеүҙә республикабыҙҙа киң танылыу яулаған ағинәйҙәр ойошма­һының эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Рухи байлығыбыҙға нигеҙләнеп туған телебеҙ ҙә нығына, артабан үҫешә. Туған телебеҙҙе үҫтереүҙә бөгөн матбуғаттың, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт телендә алып барылған сәхи­фәләрҙең дә көсө ҙур. Йәмәғәтселектең фекере матбуғат, социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа барып етә.

Туған телебеҙҙең тәбиғи сафлығы, моңло яңғырашы юғалмаһын өсөн телде һаҡлаған бөтә ҡанундар менән бергә, сит мөхиттә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, туған телен үҙ ғаиләһендә һаҡлап ҡалған ғаиләләрҙе айырым билдәләп үтеү, уларҙың быға өлгәшеү тәжрибәһен яҡтыртыу ифрат һөҙөмтәле булыр ине.

Баныу АСТАНОВА:

 – Беҙҙең Белорет ҡалаһында 1 декабрҙә башҡорт этноүҙәге асылды. Ҡалала йәшәгән әүҙем, милләтебеҙ, телебеҙ тип янып-көйөп йөрөгән замандаштарыбыҙҙың башлан­ғысы менән ойошторолған эш был. I–V класс уҡыусылары өсөн аҙнаның биш көнө дауамында өс сәғәтлек программа менән шөғөлләнеү ҡаралған. Этноүҙәктең эшмәкәрлеге нигеҙенә “Йәйләү” программаһы һалынған. Балаларға өс сәғәт ваҡыт арауығында үҙ-ара башҡортса аралашыу, туған мәҙәниәт менән танышыу өсөн мөхит булдырылды. Ата-әсәләре эштә саҡта балаларҙы үҙ яйына, гаджет менән икәүҙән-икәү ҡалдырғансы, бына ошондай этноүҙәккә килтереп, башҡорт мөхитеңдә тәрбиәләүгә бер нимә лә етмәй, әлбиттә. Ошо этноүҙәкте ойоштороусыларға, киләсәктә үҙәктең эшен яйға һалыусыларға уңыштар теләйем.

Рәсимә БАЯЗИТОВА:

– Әлбиттә, милли йәмәғәтселектең туған телде һаҡлап ҡалыуҙа роле ҙур. Республика һәм район кимәлендә “Һәр йортҡа – башҡорт баҫмаһы” тигән конкурс үткәрергә була. Йәмәғәтселек башланғысындағы “Башҡорт телен өйрәнәйек” тигән клубтар асыу бик һөҙөмтәле булыр ине. Башҡорт телендә шиғыр, хикәйә бәйгеләре  ойошто­ролһа, ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәгән ижад­ҡа маһир һәүәҫкәр яҙыусылар араһында хатта мүкләнеп ятыусылар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡатнашыр ине. Йәкшәмбе башҡорт мәктәптәре асыу ҙа – отошло алым.

Әммә күптәр “тел мәсьәләһе менән йәмәғәтселек, уҡытыусылар, етәкселек, телевизорҙан сығыш яһаған кешеләр һ.б. шөғөлләнһен, әммә мин түгел” тип фекер йөрөтә шул. Шуныһы көн кеүек асыҡ: был мәсьәлә милләт вәкиленең һәр ҡайһыһы шөғөлләнгәндә генә  хәл ителә ала. Телде һаҡлап ҡалып, уны үҫтереү өсөн һәр кемдең хәленән килерҙәй ябай сара – туған телдә аралашыу, шуның аша уны йәш быуынға ишеттереү, даими өйрәтеү.

 

Һүҙҙе йомғаҡлап

 

Донъяла нисә кеше йәшәй, шунса фекер бар, тиҙәр. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыу­сы­лар төрлө уй-ҡараштары менән уртаҡ­лашты. Түбәндәге мәсьәләләрҙә уларҙың фекере уртаҡ:

l туған телде һаҡлап ҡалыу өсөн ярҙамды башҡа берәүҙән көтмәйенсә, һәр кем үҙенән башларға тейеш;

l башҡорт телен һаҡлап ҡалыуҙа һәм уны артабан үҫтереүҙә йәш быуынға тәрбиә биргән ата-әсәләр иңендә ҙур яуаплылыҡ ята;

l проблемалар бар, әммә бер төптән тотонғанда, уларҙы хәл итергә мөмкин.

 

Римма СОЛТАНОВА ойошторҙо.

Читайте нас: