

2020 йылда тупланған параллель мәғлүмәттәр нигеҙендә һигеҙ нейроселтәрҙән торған ансамблде көйләү башҡарылған. Башҡорт һәм рус телдәрендә бер иш материалдарҙы туплау, эшкәртеү дауам итә. 2021 йыл дауамында башҡорт телендә баҫылған яңылыҡтар рус теленә әйләндерелгән. Барлығы 14 меңдән ашыу интернет-бит эшкәртеү үткән.
Диктор һөйләгән яҙмалар белгестәр тарафынан тикшерелгән. Дөйөм алғанда, 40 сәғәт дауамындағы 19892 һөйләм билдәләнгән. Әлеге ваҡытта сайтта тест режимында телмәрҙе синтезлау эшкә ҡушылған. Уны үҙегеҙгә ҡулай браузер аша тикшереп ҡарай алаһығыҙ, тик алдан кэшты таҙартырға тәҡдим ителә, сөнки сайттың элекке версияла булыуы ихтимал.
– Наил Юнысовтың тауышы яҙҙырылған башҡорт телендәге текстарҙан торған компьютер программаһын булдырыу Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының проектына ярашлы атҡарылды. Уны bashkortsoft.ru сайтында теләге булған һәр кем һынап ҡарай ала. Сайттан ҡулланыусылар текстың башҡортса нисек яңғырауын тыңлау мөмкинлегенә эйә, – тине сайтты булдырыусыларҙың береһе Айҙар Хөсәйенов.
Был матур башланғысты ойоштороу мәлдәре, үҙенсәлектәре тураһында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова һөйләне.
– Быға тиклем интернетта башҡортсанан – руссаға, руссанан башҡортсаға камил тәржемә иткән сервис булманы. Был эш бер ни тиклем “Яндекс”та, “Гугл”да алып барылды, әммә уларҙағы тәржемәләр ныҡ хаталы булыуы менән кәйефте төшөрә, йәғни был тәңгәлдәге ихтыяжға яуап бирмәй ине. Әлеге башланғыс бер төркөм алдынғы ҡарашлы, телһөйәр башҡорт йәштәренең күптәнге хыялы ине. Кәңәшләшеп, эшкә тотонорға ҡарар иткәс, Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына конкурста ҡатнашыу өсөн проект эшләнек һәм еңеү яуланыҡ, – тип билдәләне Гөлназ Рәүил ҡыҙы.
Әлбиттә, грантҡа эйә булыу – ул эштең башы ғына, проектты тормошҡа ашырыу өсөн әлеге йүнәлеште яҡшы белгән белгестәр ҙә кәрәк. Был йәһәттән Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды Татарстан Фәндәр академияһынан алынған тәҡдимде иң ҡулай тип таба, сөнки ундағы эшсе төркөм быға тиклем руссанан татар теленә онлайн-тәржемә яһау буйынса ошондай уҡ эште башҡарған, йәғни бындай башланғысты тормошҡа ашырыу технологияһы менән таныш була. Күршеләрҙең тәржемә проекты “Татсофт” тип атала. Беҙ эште башҡарған компанияның етәксеһе Ринат Ғилмуллинға мөрәжәғәт итеп, башҡорт тәржемәсеһен булдырыу үҙенсәлектәре хаҡында һораштыҡ.
– Был йүнәлештәге хеҙмәт бик күп ваҡыт, иғтибар талап итә. Төрки телдәргә ҡағылышлы онлайн-тәржемәсе эшләү йәһәтенән арыу уҡ тәжрибәгә эйәбеҙ, сөнки быға тиклем байтаҡ төрки халыҡтарға ярҙам иткәнебеҙ булды. Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды булдырған команда менән дә шунда уҡ уртаҡ тел таптыҡ, шуға күрә эш ыңғай барҙы. Әлбиттә, бындай проектты тормошҡа ашырғанда һөҙөмтә 100 процентҡа булыр тип бер ваҡытта ла әйтеп булмай, сөнки ул даими рәүештә камиллашырға, үҫешергә тейеш. Шулай ҙа, башҡорт тәржемәсеһенең сифатын анализлағандан һуң, заманса, яҡшы система булдырҙыҡ, йәғни эшебеҙ өсөн йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел, тип ышаныслы әйтә алабыҙ, – тине Ринат Абрек улы.
Башҡортса тәржемә текстарының тауышлы вариантында билдәле телевидение алып барыусыһы Наил Юнысовтың тауышы яҙҙырылған. Бының өсөн тәүҙә кастинг иғлан ителгән. Был проектта ҡатнашыуы, үҙе тарафынан башҡарылған эш тураһында Наил Тәлғәт улы бына нимәләр һөйләне.
– Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондынан башҡортса текстарҙы яҙҙырыу буйынса тәҡдим алғас, артыҡ уйлап тормай ризалаштым. Дөрөҫөн әйткәндә, был эштең ни тиклем күләмле, мәшәҡәтле буласағын күҙ алдына ла килтермәй инем. “Башҡортсофт”ты булдырасаҡ компания белгестәре барлыҡ текстарҙың да бер иш тауыш менән яҙылыуын тәьмин итеү өсөн эште мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта тамамлауҙы һораны, сөнки ваҡыт үтеү менән кешенең тауышы үҙгәреп тора. Йәй дауамында, эҫелеккә, отпускыла булыуыма ҡарамаҫтан, ошо бурысты лайыҡлы үтәү мәшәҡәте менән янырға тура килде. Онлайн-тәржемәсе өсөн текст яҙҙырыу – бик үҙенсәлекле хеҙмәт, унда һинең тауышың роботтыҡына яҡын булырға, тигеҙ генә ағылырға тейеш, бер ниндәй ҙә хис-тойғо белдерергә ярамай. Башта көнөнә 250-300 һөйләм уҡый инем, артабан төшөнөп алғас, 1300 һөйләмгә еткерә башланым. Студиянан сыҡмайынса биш-алты сәғәт яҙҙырта инем. Әлбиттә, еңел булманы, әммә ни тиклем ҙур эште башҡарып сығыуыбыҙҙы, мөһим һәм изге башланғысҡа өлөш индереүемде әле генә ныҡлап аңланым. Күптәр интернет селтәрендә башҡорт тәржемәсеһен һынап ҡараған, хатта Украинанан, Ҡаҙағстандан үҙ фекерҙәрен яҙып ебәреүселәр булды, – тине Наил Юнысов.
Белеүебеҙсә, әлегә “Башҡортсофт” проекты тест алымында эшләй, йәғни уны камиллаштырыу өҫтөндә эш дауам итә. “Әлбиттә, әлегә хаталар ҙа осрай, ҡытыршылыҡтар ҙа бар. Параллель текстар ни тиклем күберәк индерелһә, тәржемә шул тиклем сифатлыраҡ була барасаҡ”, – ти Гөлназ Рәүил ҡыҙы. Тәржемәсенең эшмәкәрлеген техник йәһәттән тәьмин иткән белгестәр ҙә әлегә “Башҡортсофт”тың тест алымындағы вариантының сифатын 75 процент тирәһенә баһалай һәм яҡын арала уның тулы ҡеүәткә эшләп китәсәгенә, камил сервис буласағына ышандыра. Киләсәктә тәржемәсе ҡатын-ҡыҙ тауышы менән һөйләйәсәк һәм уның мобиль ҡушымтаһын булдырыу тураһында ла уйлайбыҙ, ти проектты тормошҡа ашырыусылар.
Һис шикһеҙ, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тормошҡа ашырған был проект Башҡортостанда мәғлүмәти технологияларҙы, республиканың дәүләт телдәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, туған башҡорт телебеҙҙең донъя кимәлендә киңерәк танылыуына, ҡулланыу даирәһе артыуына ла ҙур өлөш индерә.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

