Белем һәм тәрбиә
14 Декабрь 2021, 10:00

Милли педагогика йыйынына ҙур өмөттәр бағлана

Арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы киң билдәләйбеҙ.

Милли педагогика йыйынына ҙур өмөттәр бағланаМилли педагогика йыйынына ҙур өмөттәр бағлана
Милли педагогика йыйынына ҙур өмөттәр бағлана

Өфөлә “Nesterov Plaza” ҡунаҡханаһында Милли педагогика форумы асылды. Сараның Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында уҙыуы айырыуса әһәмиәтле.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, фән докторы Салауат Сәғитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли педагогика форумы йыл да ойошторола.

– Арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы киң билдәләйбеҙ, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Аҙна һуҙымында башҡорт теленә арналған флешмоб үткәрелде, бүтән төрлө саралар уғҙарылды, Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкленә сәскә һалынды. Аҡмулла уҡыуҙары инде 12-се тапҡыр үтә, унда әхлаҡи, тәрбиәүи һәм башҡа темалар йүнәлешендә һөйләшеүҙәр алып барыла.

Милли педагогика форумы ғилми, фәнни-белем һәм мәғрифәтселек сараларын үҙенең эсенә ала. Форум сиктәрендә “Мосолман халыҡтарының рухи донъяһы” (16-сы Аҡмулла уҡыуҙары) халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының, “Дистанцияла белем биреү: трансформация, өҫтөнлөктәр, тәжрибә һәм тәүәккәллек” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһының, “Рәхимов уҡыуҙары-2021” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының, совет һәм Рәсәй ғалимы-математигы Анатолий Костюченконың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияның, шулай уҡ Бөтә Рәсәй түңәрәк өҫтәлдең ойошторолоуы эш планына ингән.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, Башҡорт теле көнө менән бәйле төрлө сараларға киң йәмәғәтселек әүҙем ҡушылды, Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы киң билдәләнә. Форумда белем биреүҙең бөтә йүнәлештәренә лә арналған төплө фекер алышыу ҡаралған.

– Башҡортостанда мәғариф тармағында йыл уңышлы булды, беҙҙә өс юғары уҡыу йортоноң “Өҫтөнлөк-2030” федераль программаһына инеүе бигерәк тә шатлыҡлы, – тине Айбулат Вәкил улы. – Бөгөн барыбыҙ ҙа заман менән бергә атларға тейеш. Башҡортостан карбон полигонын төҙөү буйынса ғилми-белем биреү пилот проектына ингән. Башҡортостандың Европа менән Азия киҫелешендә урынлашыуы йәш ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә. Өфөлә Евразия ғилми-белем үҙәгенең төҙөлөүе күпте һөйләй.

Айбулат Хажин Мифтахетдин Аҡмулла, Кәрим Хәкимов, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш ише арҙаҡлы шәхестәрҙең мәғариф тармағына тос өлөш индереүенә баҫым яһаны.

Форумда ҡатанышыусыларҙы Ислам мәҙәниәтен, фәнен һәм мәғрифәтен үҫтереү фондының шәфҡәтлелек һәм мәғрифәтселек программаларын тормошҡа ашырыу буйынса советнигы Алексей Петров сәләмләне.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас