

Бала шәхес булып үҫһен өсөн уның һәләтен төрлө яҡлап һынап ҡарарға кәрәк. Булат Хәсәнов биш йәшенән үк сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә шөғөлләнә башлай. Ете йәше тулғас, вокал бүлегенә лә бара. Уҡытыусылар уның йыр-моңға һәләтле булыуын шунда уҡ аңлай.
Булат күренекле композитор, оҫта йырсы Рәзидә Әхмәтова класында халыҡ музыка ҡоралдары буйынса белемен арттырҙы, оҫталығын шымартты. Шуны ла әйтергә кәрәк, Рәзидә Ғәйниәхмәт ҡыҙы – бик һәләтле педагог. Ул күптәрҙе сәнғәт юлына оҙата, бөтә күңелен һалып эшләй. Булат та думбырала уйнап, районда призлы урындар яуланы. Әлбиттә, уңыштар – тырышлыҡ, еңеүгә ынтылыш һөҙөмтәһе.
Хәсәновтар нәҫеле Балтас районында йәшәгән Танып ырыуына ҡарай. Башҡорт тарихы йылы уңайынан Башҡортостан “Юлдаш” телеканалының “Тамыр” тапшырыуы вәкилдәре менән осрашыу булды. Унда Хәсәновтарҙы ла саҡырҙылар. Сарала шәжәрә күргәҙмәһе, фотосессия ойошторолдо. Шул саҡта Хәсәновтар ғаиләһенең тамырҙарын, тарихын өйрәнеү мөмкинлеге булды.
Булат Хәсәнов, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсында ҡатнашып, уңышлы ғына сығыш яһаны. Ул билдәле композитор Салауат Низаметдиновтың Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә яҙған “Ялан сәскәләре” тигән йырын юғары рухи күтәренкелек менән башҡарҙы һәм финалға үтте. Әйтергә кәрәк, Булат өсөн был сығыш оло имтиханға тиң булды. Ул сығыш яһаған саҡта Эльмира Зәүит ҡыҙы Ғәйфуллина ҡушылып уйнап, йәш конкурсантҡа ярҙам итте. Булат сихри музыка донъяһынан ҙур илһам һәм күтәренке кәйеф менән ҡайтты. Уның тормошо әле башланып ҡына тора, ул үҫеш юлында, ә алда оло еңеүҙәр көтә.
Хәнис ХӘЗИМОВ.
Балтас районы.