Белем һәм тәрбиә
17 Декабрь 2021, 14:00

Ата-әсә берҙәм эш яҡлы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында ойошторолған Ата-әсәләрҙең республика комиссияһы дүрт йылға яҡын эшләп килә. Ошо арауыҡта ниндәй эштәр башҡарылған?

Ата-әсә берҙәм эш яҡлыАта-әсә берҙәм эш яҡлы
Ата-әсә берҙәм эш яҡлы

Бөгөн, 17 декабрҙә, Өфөлә ”Туған тел – халыҡ йәне” тигән исем менән Ата-әсәләрҙең республика форумы үтә, тип белдергәйнек.

Сара "Торатау" конгресс-холында ойошторолдо, уның эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты.

Ата-әсәләрҙең республика комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова сараны асып, Башҡортостанда туған телде өйрәнеү, уҡытыу, һаҡлау мәсьәләләренә ҡағылышлы доклад менән сығыш яһаны. "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында ойошторолған был комиссия дүрт йылға яҡын эшләп килә. Ошо арауыҡта күп эш башҡарылды. Республиканың ҡала-район үҙәктәрендә ата-әсәләр менән осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәрҙек, проблемаларҙы уртаға һалып тикшерҙек. Пандемия осоронда Zoom платформаһы аша конференциялар ойошторолдо, башҡорт телен уҡытыу буйынса сараларҙа ҡатнаштыҡ. Бөгөнгө форумдың маҡсаты - башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау, популярлаштырыу. Артабан сарала йыйылған тәҡдимдәрҙе, кәңәштәрҙе бергә туплап, киләсәктә туған телдең мөһимлеген, кәрәклеген аңлатҡан үҙенсәлекле проект – эш йүнәлештәре булдырырға ине", - тине Эльвира Митин ҡыҙы.

Форумға республиканың район һәм ҡалаларынан ата-әсәләр комитеттары ағзалары килде. Пленар өлөштән һуң ҡунаҡтар бер нисә тематик зал буйлап таралды, “Донъяуи кафе”ла тел мәсьәләләре буйынса көнүҙәк темаларҙы тикшерҙе.

Спикерҙар һәм эксперттар араһында халҡыбыҙҙың билдәле кешеләре – Зөһрә Рәхмәтуллина, Булат Йосопов, Гүзәл Вилданова, Гөлназ Ҡолһарина, Ринат Рамазанов, Айгиз Ҡунафин һәм башҡа мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе эшмәкәрҙәре булды. Һөйләшеүҙәр ғаиләлә башҡорт һәм башҡа туған телдәрҙә аралашыу ҡағиҙәләре; йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙең һөҙөмтәле алымдары; милли мәктәптәр ниндәй булырға тейеш; балалар баҡсаһында башҡорт төркөмөн ойоштороу проблемалары һәм юлдары; мәғарифты һанлаштырыу кеүек темаларға ҡағылды.

Сара Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Youtube һәм "Бәйләнештә"ге социаль селтәрҙәрендә тура трансляцияла күрһәтелде. Форум һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителәсәк, иң көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары билдәләнәсәк.

Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас