

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Аҡмулла стипендиаттарына дипломдар тапшырылды.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе Салауат Сәғитов барыһын да башҡорт теле көнө менән ҡотланы, уңыштар теләне.
– Мәҙәниәт һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау – мөһим бурыстарҙың береһе, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Башҡорт теле – атай-олатайҙарыбыҙҙың теле, быуындарҙы быуындарға тоташтыра, быуаттар арауығын бәйләй, күҙгә күренмәҫ нескә еп ул. Туған телгә, тарихҡа хөрмәт лайыҡлы киләсәк тәрбиәләүгә нигеҙ ташы булып хеҙмәт итә.
Салауат Сәғитов әйтеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы башҡорт теле көнө барлыҡҡа килде. Арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Тап Аҡмулла университетында иң-иңдәргә Аҡмулла стипендияһын тапшырыу ҙур ҡыуаныс та, оло мәртәбә лә.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт халҡының данлы улы, бынан тыш, уның исеме төрки халыҡтарында ла киң билдәле.
Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы студенты Ғәлиә Муллабаеваға Аҡмулла стипендияһы тиккә тапшырылманы, сөнки ул уҡыу алдынғыһы. Ғәлиә Юлай ҡыҙы республикабыҙҙа ойошторолған шиғыр һөйләүселәр конкурсында даими ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулаған. Кәтибә Кинйәбулатова, Һәҙиә Дәүләтшинаның әҫәрҙәрен тасуири һөйләүе – шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш, “Башҡорт телендә иң яҡшы инша”, “Тел – мәҙәниәттең көҙгөһө”, “Йәш журналист” республика конкурстарында еңеү яулаған.
– Ғәлиә Таһированы колледжда ғына түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, хатта Башҡортостанда белмәгәндәр һирәк, – ти Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы уҡытыусыһы Гөлназ Таһирова. – Йәш ҡыҙ, тырышып уҡыуҙан тыш, төрлө конкурстарҙа даими ҡатнаша. Ғәлиә тиҫтерҙәренә өлгө булып тора, барыһы ла уны ихтирам итә.
Шулай уҡ стипендия Кушнаренко күп профилле профессиональ колледжы студенты Лилиә Шәйҙуллинаға, Оксана Кислицинаға (Благовещен күп профилле профессиональ колледжы), Лидия Конышеваға (Нефтекама нефть колледжы), Айсыуаҡ Фәйзуллинға (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы), Юлиана Тулыбаеваға (Белорет педагогия колледжы), Сабрина Бәхтейәроваға (Өфө сәнғәт училищеһы), Гөлдәниә Миңлеғоловаға (Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледжы), Фәнзилә Сибәғәтуллинаға (Башҡорт дәүләт университеты), М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Наҙгөл Хәбибуллинаға, Гүзәлиә Йәғәфәроваға һәм Миләүшә Шәрәфетдиноваға тапшырылды.
Илдар АҠЪЮЛОВ.