

Башҡортостан Республика менән идара итеү үҙәгендә Бөтә Рәсәй класс етәкселәренең форумы ойошторолдо. Форумды Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралыҡ начальнигы Елена Прочаковская алып барҙы.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, илебеҙ мәктәптәрендә берҙәм уҡытыу планы эшләнгән, быны замана талап итә. Әйтәйек, Калининград, Силәбе өлкәләре, Башҡортостан Республикаһы балаларына барыһына ла уҡытыу планы аңлайышлы булырға тейеш.
– Күп белем усаҡтарында уҡыу йылы дүрт сиреккә бүленгән, ә ҡайһы бер мәктәптәр трисеместр тәртибендә эшмәкәрлеген көйләгән, – ти Айбулат Вәкил улы. – Бер мәктәп балалары каникулға сыҡҡанда, трисеместрҙағылар уҡый. Бындай эш алымы төрлө конкурстар йәки ярыштар үткәргәндә ныҡ уңайһыҙ. Шуны күҙ уңында тотоп, барыһын да дүрт сирек нигеҙендә уҡыу алымына күсерәсәкбеҙ. Бынан тыш мәктәптәрҙә дәрестәр теҙмәһе лә бер иш булыу мөһим.
Бөтә Рәсәй класс етәкселәренең форумында белем усаҡтарына уҡытыусыларҙың етмәүе уртаға һалып һөйләшелде. Мәҫәлән, республикабыҙға 36 мең уҡытыусы эшләргә тейеш булһа, бөгөн ике мең тирәһе уҡытыусы етмәй. Педагогтарҙың ике ставка алып эшләүе тиккә түгел.
2022/23 уҡыу йылынан республикабыҙҙың бөтә белем усаҡтары ла мәғарифтың яңы форматы буйынса эшләй башлаясаҡ.
Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры, фән докторы Азат Йәнгиров билдәләүенсә, йыл да мәғарифты үҫтереү институтында 17 меңдән ашыу уҡытыусы белемен камиллаштыра.
Мәктәптәрҙә тәрбиә мәсьәләһе менән директорҙың тәрбиәүи эштәре буйынса урынбаҫары һәм класс етәксеһенең генә шөғөлләнеүенә борсолоу белдерҙеләр, ә улай булырға тейеш түгел. Мәктәп уҡыусыһын тәрбиәләүгә уҡытыусыларҙың барыһы ла ҡушылырға бурыслы.
– Шуны онотмайыҡ, мәғариф тармағында өс йүнәлеш өҫтөнлөклө һанала – белем биреү, тәрбиә эше һәм баланы төрлө яҡлап үҫтереү, – тине Айбулат Хажин.
Аҙаҡтан Рәсәй конкурсында еңеүсе тәрбиәселәрҙе ҡотлау тантанаһы булды.
Фото: Илдар Аҡъюлов.