

Рәйфә Урманшина, инде нисәнсе тапҡыр I класҡа барған ҡыҙ һәм малайҙарҙы етәкләп, мәктәп тупһаһы аша класҡа инә. Бәләкәй балаларға белем һәм тәрбиә биреүенә 37 йыл да уҙып киткән. Ошо дәүерҙә кемдәрҙе генә оло тормошҡа әҙерләмәгән ул!
Белорет педагогия училищеһын тамамлағас та, Рәйфә исемле йәш ҡыҙҙы Ғафури районына юллама буйынса эшкә ебәрәләр. Йәш белгесте Ҡауарҙы ауылында түҙемһеҙләнеп көткәндәр, асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыуҙары – уҡытыусыға ҡарата ҙур хөрмәт билдәһе. Шулай итеп, сығышы менән Архангел районының Аҙау ауылынан булған мөғәллимә Рәйфә Хайразый ҡыҙы мәктәптә эшләй башлай. Дәрестән һуң ауыл йәштәре менән концерттар ҡуя, спектаклдәрҙә лә сығыш яһарға өлгөрә. Концерт тигәндән, күрше Юлыҡ ауылынан килгән һөлөк кеүек егет менән шул кисәлә осраша ла инде. Күп тә үтмәй, бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр, ата-әсәһенән фатиха алып, никах туйҙарын үткәрә. Үҙ сиратында йәш килен Рәйфә Юлыҡ ауылының дөйөм белем биреү мәктәбендә эшен дауам итә.
Рәйфә тормош иптәше Әхәт менән ике ҡыҙға ғүмер биргән. Был ғаиләнең уңғанлығына һоҡланмағандар һирәк! Улар тырышып донъя көтә, хан һарайынан кәм булмаған ҙур өй һалып сыға, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, бер нисә баҡса тота.
Рәйфә Хайразый ҡыҙы 2002 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай. Мөғәллимә студент осорон һағынып иҫкә ала, күңелле мәлдәренең береһе тип иҫәпләй. Эш урыны бар, юғары белемгә эйә. Улай ғына ла түгел, ғаиләһе бынамын тигән, һүҙ тейҙерерлек түгел…
Тик шундай матур көндә ғаилә башлығы гүр эйәһе булып ҡала.
– Ауыр хәбәрҙе ишетеү аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте миңә, – тип үткәндәрҙе хәтерләй әңгәмәсем. – Артабан ҡайһылай йәшәргә?
Ауыр ҡайғыға бөгөлөп төшмәй, балаларына терәк-таяныс булып, ярҙам итеп йәшәй ул. Хәҙер ҡыҙҙары Гөлназ менән Гөлнур, икеһе лә юғары белем алып, ғаилә ҡороп эшләп йөрөй, үҙҙәре балалар үҫтерә.
Тормош дауам итә, яҙмыш Рәйфә ханымды Илдар исемле ир-уҙаман менән осраштыра. Бөгөн улар бергәләп ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, каникулдарҙа һәр береһен көтөп ала.
Мәктәп – көс-ҡеүәт, балалар йәшәүгә дәрт өҫтәй. Рәйфә Хайразый ҡыҙы әле лә яратҡан эшендә. Башланғыс класс уҡытыусыһы ручка, ҡәләмде нисек тоторға ғына түгел, ғөмүмән, белем серҙәрен дә өйрәтә бәләкәстәргә. Туҡланыу мәҙәниәте, таҙа йөрөү, рәсем төшөрөү, тегенеү һәм башҡалар – шуға миҫал. Бейеү, йыр түңәрәктәре лә ойоштора ул. Һәләтле балалар, мәктәп, район конкурстарында ҡатнашып, алдынғы урындарға ла лайыҡ була.
– Һәр бала – уҡытыусы өсөн табыш, тик бәләкәстәрҙең күңел йоҙағына асҡыс таба белергә кәрәк, – ти ул.
Рәйфә Урманшинаның хеҙмәте тос баһалана. Мәҫәлән, педагог төрлө бүләктәр, маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Киләсәктә лә һәр уҡыусының уңышлы уҡыуына ҡыуанып белем бирергә яҙһын мөғәллимәгә.
Сажиҙә ҒИЛМЕТДИНОВА.
Ғафури районы.