Белем һәм тәрбиә
17 Декабрь 2021, 05:04

Һәр кем уҡытыусы булып эшләй алмай

Уҡытыусы – иң изге, иҫ киткес сабырлыҡ, тормошҡа һәм эшенә һөйөү туплаған кеше. Уға донъялағы иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерле бала күңеле, үҫмерҙең киләсәге тапшырылған. Был эштә үҙ һөнәрен балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, маҡсатына өлгәшеүсән, тәүәккәл кешеләр генә эшләй ала. Ошондай уҡытыусыларҙың береһе – юғары категориялы уҡытыусы Зөлфиә Жәүил ҡыҙы Ҡаһарманова. Ул Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Дөйөм педагогик стажы – 33 йыл.

Белем биреүҙә төп күрһәткес – һөҙөмтәлелек. Уҡытыу процесында техник сараларҙы файҙаланыу, уҡыуҙа артта ҡалыусыларға ярҙам күрһәтеү, һәләтле балалар менән шәхсән эш – былар бөтәһе лә йылдан-йыл яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Зөлфиә Ҡаһарманованың уҡыусы­лары ҙур уңыштарға өлгәшә. Һандар теле менән әйткәндә, һөҙөмтә – 100 процентҡа, сифаты 75–90 процентҡа тиклем барып етә. 

Фәнни-тикшеренеү эштәре конкурсында йыл һайын әүҙем ҡатна­шалар, призлы урындар яулайҙар. Мәҫәлән, Снежана Нуриева,          Рафаэль Ғәйнуллин, Руслан Йома­ғужин ошо конкурста республика күләмендә еңеүсе булып танылды.

Уҡытыусының төп маҡсаты – юғары һөнәри оҫталыҡҡа ынтылыу, балаларҙың шәхси үҙенсәлектәрен өйрәнеү һәм үҫтереү, йәмғиәт алдында килеп тыуған мәсьәләләрҙе үҙ­аллы хәл итә алырлыҡ шәхес тәрбиәләү. Ошо уңайҙан Зөлфиә Ҡаһарманова “Мин – Салауат то­ҡомо” исемле кластан тыш эшмә­кәрлек программаһын төҙөгән. Бына дүртенсе йыл инде ошо программа буйынса тәрбиәүи эш алып бара. Балаларға тыуған яҡты өйрә­неү, уның иҫтәлекле урындары менән танышыу, бөйөк шәхестәрен белеү буйынса һәм тыуған яҡтың тарихына, мәҙәниәтенә, уның тормошона һәм халҡына ҙур һөйөү той­ғоһо уята. Уның уҡыусылары “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Яҙғы тамсы” конкурстарында икенсе урынды яуланы. Республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсының “Йыл­дың тере символы” конкурсында Асель Ишбирҙина еңеп сыҡты.

Йыл һайын Рәсәй Федера­цияһының дәүләт символдары республика конкурсының район этабында уның тәрбиәләнеүселәре әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Улар – Рафаэль Ғәйнуллин, Данияр Моратов, Илүзә Минһажева һәм башҡалар.

Зөлфиә Ҡаһарманова үҙе лә күп конкурста әүҙем ҡатнаша. Район күләмендә үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы-2007”, “Мин яратҡан уҡытыусы”, “Райондың иң яҡшы уҡытыусыһы-2011”, “Иң яҡшы класс етәксеһе-2017” ижади бәйгелә­рендә ҡатнашып, еңеүҙәр яуланы.

Республика кимәлендә үткә­релгән “Иң яҡшы экологик дәрес” конкурсында – II дәрәжә, “Хамматов уҡыуҙары” ижади конкурсында “Иң яҡшы пособие” номинацияһында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Зөлфиә Жәүил ҡыҙы республика, Рәсәйҙең педагогик журналдарында, йыйынтыҡтарҙа, социаль селтәрҙәрҙә тәжрибәһе менән уртаҡлаша, шулай уҡ үҙенең төркөмө лә бар.

Быйылғы уҡыу йылында уҡы­тыусы, яҡшы эш һөҙөмтәләренә өлгә­шеп, “Иң яҡшы уҡытыусыларға педагогик эшмәкәрлеге юғары ҡаҙаныштары өсөн премиялар тапшырыу” конкурсында еңеп сыҡты. Октябрҙә Башҡортостан Рес­публикаһы Башлығы ҡулынан ҙур награда алды.

 

Ида ИҘРИСОВА.

 

Салауат районы.

Читайте нас