Белем һәм тәрбиә
17 Декабрь 2021, 04:51

Тармаҡ өсөн йыл уңышлы булған

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов

Өфөлә “Nesterov Plaza” ҡунаҡханаһында Милли педагогика форумы ойошторолдо. Сараның Рәсәйҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында уҙыуы айырыуса әһәмиәтле. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, милли педагогик     форум традицион рәүештә йыл да үткәрелеүе йәһәтенән файҙаһы ҙур.

– Арҙаҡлы мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы киң билдәләйбеҙ, – тине Салауат Тәлғәт улы. – Аҙна һуҙымында башҡорт теленә арналған флешмоб үткәрелде, бүтән төрлө саралар уҙғарылды, Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалынды. Аҡмулла уҡыуҙары инде 12-се тапҡыр үтә, унда әхлаҡи, тәрбиәүи һәм башҡа темалар йүнәлешендә һөйләшеү­ҙәр алып барыла.

Шул иғтибарға лайыҡ, милли педагогика форумы ғилми, ғилми-белем һәм мәғрифәтселек сараларын үҙенең эсенә ала. Форум сиктәрендә “Мосолман халыҡтарының рухи донъяһы” (XVI Аҡмулла уҡыуҙары) халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция­ның, “Дистанцион белем биреү: трансформация, өҫтөнлөктәр, тәжрибә һәм тәүәккәллек” тигән Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияның, “Рәхимов уҡыуҙары-2021” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның, совет һәм Рәсәй ғалимы-математигы Анатолий Костюченко­ның тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияның, шулай уҡ Бөтә Рәсәй түңәрәк өҫтәлдең ойошторолоуы эш планына ингәйне.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, Башҡорт теле көнө менән бәйле төрлө сара­ларға киң йәмәғәтселек әүҙем ҡушылған, Мифтахетдин Аҡмул­ланың тыуыуына 190 йыл тулыуҙы киң билдәләү һәр йәһәттән дә отошло. Форумда белем биреүҙең бөтә йүнәлеш­тәренә лә арналған төплө фекер алышыу ҡаралған.

– Башҡортостанда мәғариф тармағында йыл уңышлы булды, беҙҙә өс юғары уҡыу йортоноң “Приоритет-2030” өҫтөнлөклө федераль программаһына инеүе бигерәк тә шатлыҡлы, – тине Айбулат Вәкил улы. – Бөгөн барыбыҙ ҙа заман менән бергә атларға тейеш. Башҡортостан карбон полигонын төҙөү буйынса ғилми-белем пилот проектына ингән. Башҡортостандың Европа менән Азия киҫелешендә урынлашыуы йәш ғалимдарға ҙур мөмкинлектәр бирә. Өфөлә Евразия ғилми-белем үҙәгенең төҙөлөүе күпте һөйләй.

Айбулат Хажин Мифтахетдин Аҡмулла, Кәрим Хәкимов, Шә­йехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш ише арҙаҡлы шәхестәрҙең мәғариф тармағына тос өлөш индереүенә баҫым яһаны.

Форумда ҡатнашыусыларҙы Ислам мәҙәниәтен, фәнен һәм мәғрифәтен күтәреү фонды­ның шәфҡәтлелек һәм мәғрифәт­селек программаларын тормош­ҡа ашырыу буйынса советнигы Алексей Петров сәләмләне.

 

И. МӨХӘМӘТОВ.

Читайте нас