

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды туған телебеҙҙе киңерәк танытыуға йүнәлтелгән яңы проекттар менән таныштырҙы. Сараны Фонд менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.
Ҡатнашыусыларҙы БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова сәләмләне.
Йыр-моң менән үрелеп барған сарала “Башҡортсофт” онлайн тәржемәсеһе, “Интерактив башҡорт теле-2”, “Глосбе” онлайн-һүҙлеге һәм башҡа проекттар менән таныштырыу ойошторолдо. Шулай уҡ Башҡорт википедияһы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды. Ҡатнашыусылар “Башҡортсофт” онлайн тәржемәсеһе менән яҡындан танышып, шунда уҡ һынап ҡарай алды. Был хаҡта техник фәндәр кандидаты Айҙар Фаил улы Хөсәйенов һөйләне. Әйтергә кәрәк, ошо проект нигеҙендә барлыҡҡа килгән веб-портал бөгөнгө көндә башҡорт теленән руссаға, руссанан башҡортсаға тәржемә яһаған иң яҡшы һәм сифатлы платформа тип табылған.
Мәскәү ҡалаһында йәшәгән Әлфиә Күсәрбаева “Башҡорт булып уйнайбыҙ” тип аталған интерактив өҫтәл уйынын тәҡдим итте. Әлфиә тормош юлдашы менән был проектты ике ай эсендә ғәмәлгә ашырған. Әйткәндәй, уйынды һынап ҡараған башҡа милләт вәкилдәре уға бик юғары баһа биргән.
“Тамыр” балалар телеканалы директоры канал тарафынан төшөрөлгән үҫмерҙәр өсөн “Ышан” фантастик сериалы тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ете сериянан торған яңы фильм ауыр тормош хәлендә ҡалған ете үҫмерҙең яҙмышына һәм уларға ярҙамға килгән Етегән йондоҙ – ете ҡыҙ менән булған хәл-ваҡиғаларға үрелеп бара. Сериал 2 ғинуар көнө Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелә башлай.
Шулай уҡ сара барышында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә ойошторған “Минең әкиәт” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәләкәй әкиәтселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Кисәне йәш артистар Сабина Кучаева, Гәлсәр Байғусҡарова, Юлай Ҡасимов, Резана Вәлиева моңло йырҙары, ҡурай һәм скрипка моңдары менән биҙәне.
Ғөмүмән, сара барышында туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, киңерәк таратыу буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарылыуына шаһит булырға тура килде. Был фекерҙе сығыш яһаусылар ҙа айырып билдәләне. Бөгөн тел өйрәнеү өсөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә етерлек, бары тик теләк кенә булһын.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.