Белем һәм тәрбиә
18 Декабрь 2021, 12:30

Иң яҡшыһы – буш тәрилкәләр

Ике мәктәбебеҙ "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанттары булды. Илдәге 25 мең мәктәптең икәүһе!

Иң яҡшыһы – буш тәрилкәләрИң яҡшыһы – буш тәрилкәләр
Иң яҡшыһы – буш тәрилкәләр

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә ҡыуаныслы яңылығын уртаҡлашты:

"Ике мәктәбебеҙ «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанттары булды. Илдәге 25 мең мәктәптең икәүһе! Өфөнөң 121-се гимназияһы һәм Шишмә ауылының 1-се мәктәбе улар. Һәммәһен дә ҡотлайым! Балаларыбыҙҙы нисек туҡландырыу беҙҙең өсөн бик мөһим.

Беҙ уҡыу йорттарындағы туҡланыу блоктарын системалы яңыртабыҙ. Өс йыл эсендә 44 мәктәп ашханаһы төҙөкләндерелгән, 321 мәктәп ашханаһы өсөн яңы ҡорамал һатып алынған. Был йүнәлештә планға ярашлы барабыҙ: 2022 йылда 80 аҙыҡ-түлек блогын, ә 2026 йылға тиклем тағы ла 637 мәктәп ашханаһын ремонтларға һәм ҡайтанан йыһазландырырға уйлайбыҙ.

Беҙ мәктәп туҡланыуын ойоштороу системаһын яңынан ҡараныҡ, операторҙар өсөн аныҡ шарттар тыуҙырҙыҡ һәм талаптар ҡуйҙыҡ. Даими тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ата-әсәләр яғынан ҡағиҙә боҙоуҙар һәм ялыуҙар ярайһы уҡ кәмене. Ата-әсәләр үҙҙәре лә хәҙер балаларына нимә ашатыуҙарын мәктәп сайттары һәм «Башҡортостан Республикаһының берҙәм мәғариф мөхите» дәүләт мәғлүмәт системаһында ата-әсәләрҙең шәхси кабинеты аша контролдә тота ала. Әммә сифатлы туҡланыуҙың төп күрһәткесе – ул, әлбиттә, балаларыбыҙ өҫтәлендәге буш тәрилкәләр".

Мәктәптәрҙә туҡланыу темаһын республика Башлығы үҙенең Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә телгә алғайны.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас