

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республика мәктәптәрен капиталь ремонтлау буйынса федераль программаға индереү тураһында һөйләне.
Министр белдереүенсә, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы 2023 йылдың беренсе кварталында белем биреү объекттарын өҫтәмә рәүештә программаға индереү өсөн ғаризалар ҡабул итәсәк. Әлеге ваҡытта республиканың 50 мәктәбе экспертизаны тамамларға һәм ремонт эшләү өсөн федераль бюджеттан аҡса аласаҡ объекттар исемлегенә инергә тейеш. Документтарҙы йыйып бөтөүҙең һуңғы көнө – 1 апрелдә. Был мәсьәләлә хакимиәт башлыҡтарына яуаплылыҡ күрһәтергә һәм ваҡытында документтар әҙерләргә кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хакимиәт башлыҡтарына тиҙ арала документтар әҙерләп бөтөргә ҡушты.
“Йөкләмә ваҡытында үтәлергә тейеш, өлгөрмәһәләр, хакимиәт башлыҡтары аңлатма яҙасаҡ”, – тине ул.
Айбулат Хажин белдереүенсә, бөтәһе капиталь ремонттың федераль программаһына 365 дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһы ғариза биргән. 2022 йылдан алып 2026 йылға тиклем мәктәптәр биналарында федераль бюджет аҡсаһына 14 ҙур эштәр буйынса комплекслы ремонт башҡарыласаҡ. Бынан тыш мәктәптәр уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн заманса саралар аласаҡ – һәр мәктәпкә кәмендә алты миллион һум.
2022-2023 йылда 103 мәктәпте ремонтлау өсөн 4 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.
Фото: mirbelogorya.ru