Белем һәм тәрбиә
21 Декабрь 2021, 12:14

Көнбайыш төбәктең рухи мәккәһе

Яндекс.КартыЯндекс.Карты
Фото:Яндекс.Карты

Бәләбәй – республикабыҙҙа дүрт гимназиялы берҙән-бер ҡала. Сыуаш, татар һәм 1-cе (халыҡ телендә – рус) гимназиялары араһында башҡорт гимназияһы айырым баҫҡыста тора. Уҡытыу сифатының юғары булыуы, өлгәштең 100 процент тәшкил итеүе, мәктәпте тамамлаусыларҙың күбеһенең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе – шуға асыҡ дәлил. Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, белем усағы һәр йәһәттән дә бүтәндәргә маяҡ булып тора.

Белем биреү учреждениеһы – Баш­ҡортостандың көнбайыш төбәгендә рухи мәккә, тиҙәр. Ошо тарафтарға юлланған милләттәштәребеҙ бында һуғылмайынса ҡайтмай тиерлек. Гимназия-интернат директоры Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Дилбәр Фәтхетдинова билдәләүенсә, һәр балаға төплө белем биреү, бәләкәйҙән күңеленә күркәм тәрбиә һеңдереү өсөн бындағы педагогтар көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.

Район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтең даими хәстәрлеге арҡаһында белем усағы эшмәкәрлеге йылдан-йыл камиллаша. Унда бигерәк тә Әлшәй, Миәкә, Бүздәк, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы райондарынан ҡыҙ һәм малайҙар күпләп уҡый, хатта Ырымбур өлкәһенән дә киләләр. Гимназиялағы уҡыусыларҙың күбеһенә интернаттан йәшәү урыны бирелгән.

Ысынлап та, Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернаты республи­кабыҙҙа алдынғы уҡыу йорттарының береһе иҫәпләнә. Ул айырыуса белем биреү кимәле буйынса һынатмай. Бынан тыш, балалар төрлө сараларҙың һәм йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай.

– Ҡыҙ һәм малайҙар, икенсе сиректе яҡ­шы билдәләргә генә тамамлап, атай-әсәй­ҙәренә, яҡын туғандарына күркәм бү­ләк эшләне, – тип һөйөнөсөн уртаҡ­лашты Дилбәр Ғайса ҡыҙы. – Педагогтар һәр бала менән айырым эшләү яғында, шундай эш алымын ҡулланғанда ғына ыңғай һөҙөмтә буласағын һәр кем тәрән аңлай.

Шул иғтибарға лайыҡ: Бәләбәй гимназия-интернаты йылдан-йыл үҫеш кисерә, киләсәккә ҙур маҡсаттар билдәләгән. Бөгөн бында 800 тирәһе балаға 30-ҙан ашыу уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә.

Дилбәр Фәтхетдинова билдәләүенсә, уҡыу йортон артабан үҫтереү өсөн барыһы ла тырыша. Уй-ниәттәрҙең күбеһе тор­мош­ҡа ашырылған да инде. Һүҙ ҙә юҡ, киләсәктә атҡараһы бурыстар тағы ла күберәк.

...Белем усағының тупһаһын аша атлап ингәндә балаларҙың ҡайҙалыр ашығыуына иғтибар иттек. Баҡтиһәң, I класс уҡыусы­ларын гимназиялағы тантанаға әҙерләйҙәр икән. Шулай итеп, беҙ ҙә тамаша залына ыңғайланыҡ. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙә­рендә әҙме-күпме ҡаушау ҙа һиҙелгәндәй тойола. Ни тиһәң дә, улар бит бөгөн тәүге тапҡыр педагогтар, ата-әсәләр һәм ҡунаҡ­тар алдында сығыш яһаясаҡ. Тигеҙ генә итеп бер рәткә теҙелеп, кемдер шиғырын ҡабатлай, бәғзеләр кейемен, сәсен рәтләй. Ыҫпай кейенгән малай һәм ҡыҙҙарҙың йөҙө ҡояштай балҡыуына ҡарап тороуы шул тиклем кинәнес. Беҙгә билдәле булы­уынса, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙе, иңдәренә ҡанат ҡуйыуҙы күҙ уңында тотҡан сараларҙы бында даими үткәрәләр.

– Ошо кескәйҙәр 1 сентябрҙә уҡырға килгәндә ҡыйыуһыҙ ғына ине, хәҙер һәммәһе лә үтеп-сығып бара, дәрестә лә шартлатып яуап бирә, – тине Дилбәр Фәтхетдинова. – Киләсәктә улар араһынан дәүләт эшмәкәрҙәре, ил етәкселәре сыҡмаҫ, тип кем әйтә ала?! Эшмәкәр­легебеҙҙе шул йүнәлешкә көйләгәнбеҙ ҙә инде. Ватаныбыҙға лайыҡлы шәхес тәрбиәләү, ышаныслы алмаш әҙерләү – төп маҡсатыбыҙ.

Читайте нас