

“Миләш” балалар баҡсаһы ҡыҙ һәм малайҙарҙың тауышынан гөрләп тора. Өлкән төркөмдәгеләрҙе тәрбиәселәре әле генә урамға саф һауаға алып сыҡҡан – бында улар рәхәтләнеп һырғалаҡтан эйә, төрлө йәнлек һындары араһында йәшенмәк уйнай, ҡыҫҡаһы, иркен майҙансыҡты бер итә. Ә кескәй төркөмдәгеләр иһә бинаның эсендә, улар менән шулай уҡ тәрбиәселәр һәм тәрбиәсе ярҙамсылары төрлө уйындар ойошторған.
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Миләш” балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубәширова әйтеүенсә, белем усағы күптән түгел асылған, ата-әсәләр ғәзиздәрен тап ошо балалар баҡсаһына урынлаштырырға теләй. Бөгөн бында 150-гә яҡын ҡыҙ һәм малай иҫәпләнә, бөтәһе алты төркөм бар.
– Балалар баҡсаһында малай һәм ҡыҙҙар башҡорт телен ихлас өйрәнә, – тип һөйләй Гөлнара Ғабдулхаҡ ҡыҙы. – Бының өсөн төрлө йүнәлештә әсбаптар бар, алфавиттағы башҡорт хәрефтәрен һәр кем дөрөҫ итеп әйтергә күптән өйрәнде.
Шул иғтибарға лайыҡ, балалар баҡсаһындағы бөтә түңәрәктәрҙә лә түләүһеҙ шөғөлләнәләр. Бейеү, йыр, һүрәт төшөрөү, физик культура түңәрәктәренән тыш, логопед, педагог-психолог та кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.
Шуныһы, республикабыҙҙың балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәренең даими асылыуына күнегеп тә бөттөк, ә инде белем усағында тотош башҡорт мөхите булдырылыуы – һәммәбеҙ өсөн дә ҙур ҡыуаныс.
– Улыбыҙ йөрөгән балалар баҡсаһына һүҙ тейҙерерлек түгел, – тип һөйләй Әсләмдең әсәһе Венера Аҡылова. – Матур итеп заманса биҙәлгән, тәрбиәселәр һәр береһенә иғтибар бүлергә тырыша. Ә инде өйҙә ғәзизебеҙ менән ирем дә, мин дә башҡортса ғына аралашырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Барыбер ҙә балалар баҡсаһының да, урамдағы мөхиттең дә йоғонтоһо көслө булды. Хәҙер иһә хәлдәр бөтөнләй бүтәнсә. Улыбыҙ менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшәбеҙ.
Йәш әсә Мөнирә Килдейәрова иһә ҡыҙының полиглот булыуын теләй. Шуны күҙ уңында тотоп, уны ҡалалағы “Тел үҙәге”нең инглиз түңәрәгенә йөрөтә.
– Венера башҡортса ла, русса ла яҡшы белә, сит телдәрҙе өйрәтеү – күптәнге ниәтебеҙ, – тине Мөнирә ханым. – Балалар баҡсаһының асылыуы тураһында хәбәрҙе ишетеү менән ҡыҙыбыҙҙы шунда бирҙек. Был аҙымды эшләп, оттоҡ ҡына.
Әлбиттә, республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы”н үтәү, башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу йәһәтенән бихисап сараларҙы бойомға ашыра. Мәҫәлән, йыл да өр-яңы балалар баҡсалары асыла, белем усаҡтары уҡытыу-методик әҙәбиәт, эш дәфтәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса программа өлгөһө менән тәьмин ителә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәләре йыһазландырыла, бүтән төрлө биҙәү йүнәлешендә эштәр башҡарыла.