

Учалы ҡалаһының 3-сө лицейы төбәктә заман менән бергә атлаған, йылдың-йылы тос уңыштарға өлгәшкән алдынғы белем усағы булып танылған. Лицей директоры Эльвира Фәнис ҡыҙы Мөхәмәтйәрованың үҙ иңенә был яуаплы вазифаны алыуына әллә ни күп тә түгел – өсөнсө уҡыу йылы. Әммә ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул белем усағын тағы ла ҙурыраҡ үрҙәргә күтәреү йәһәтенән ярайһы уҡ эштәр башҡарып өлгөргән.
Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус филологияһы бүлеген тамамлаған Эльвира Фәнис ҡыҙы хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһындағы 142-се мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Һигеҙ йыл Туймазы индустриаль техникумында, артабан Учалы тау-металлургия техникумында тәжрибә туплай. Үҙен абруйлы конкурста һынап ҡарап, “Башҡортостан Республикаһының йыл уҡытыусыһы-2015” республика һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулай. Ошо уҡ йылда Эльвира Мөхәмәтйәрованы Учалы ҡалаһының 3-сө лицейына директорҙың фәнни-методик эш буйынса урынбаҫары вазифаһына саҡыралар. 2019 йылда маҡсатҡа ынтылыусан, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән, заманса фекер йөрөткән педагогка әлеге белем усағының етәксеһе вазифаһын йөкмәтәләр.
“Эльвира Фәнис ҡыҙы тәүге көндән лицейҙың эшмәкәрлеген төрлө яҡлап һәм эҙмә-эҙлекле үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Уның етәкселегендә быға тиклем башлаған проекттарҙы уңышлы дауам итеп кенә ҡалманыҡ, ә өр-яңы йүнәлештәр буйынса ла үҙебеҙҙе һынап ҡарарға йөрьәт иттек”, – ти коллегалары.
3-сө лицей төбәктә иң ҙур мәғариф учреждениеларының береһе һанала: бында бөгөн мең ярым самаһы бала уҡый, уларға 80-дән ашыу педагогик хеҙмәткәр белем һәм тәрбиә бирә. Мәғариф усағының иң тос уңыштарына туҡталып үтәйек: БДИ һөҙөмтәләре буйынса лицей Башҡортостандың иң яҡшы күрһәткесле мәктәптәре исемлегенә инә; 2020 йылда физика фәне буйынса 100 баллы һөҙөмтәгә өлгәшелгән; һуңғы йылдарҙа рус теле һәм информатика буйынса имтихан һөҙөмтәләре яҡшыра бара.
Уҡыусылар вуз-ара математика олимпиадаһында, М. Ломоносов исемендәге Бөтә Рәсәй турнирында, Мәскәү физика-техник институтының күсмә олимпиадаһында, Ю.А. Гагарин Кубогына республика олимпиадаһында еңеүҙәр яулай. Лицей спорт өлкәһендә лә алдынғылар рәтендә: волейбол буйынса “Көмөш туп” зона ярышында, “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетболы лигаһында, Бөтә Рәсәй “Хәүефһеҙ тәгәрмәс” конкурсының республика этабында призлы урын яулауға өлгәшкәндәр.
Белем усағында “Мәғариф” милли проектына ярашлы “Һанлы белем биреү мөхите” программаһының тормошҡа ашырылыуы уҡыу бүлмәләрен өр-яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуға, белем биреү процесын заманса мөмкинлектәр ярҙамында ойоштороуға юл асҡан. Коллектив “Юғары ос!” республика белем биреү проектында ла уңышлы ҡатнаша, ошоға ярашлы, бында “Сәләмәт йылмайыу” стоматология модуле эш башлаған.
Лицей коллективы башҡорт телен тейешле кимәлдә уҡытыу йүнәлешенә лә ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы ике йылда уҡыусылар халыҡ яҙыусыһы Һәҙиә Дәүләтшинаның, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла һәм конкурста, билдәле диктор Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған “Диктор тауышы” төбәк-ара конкурсында алдынғы урындар яулаған. Шулай уҡ йылдың-йылы Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙа бөтә лицей әүҙем ҡатнаша.
Әлбиттә, ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә белем усағының бөтә уңыштары, уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың еңеү-ҡаҙаныштары тураһында һөйләп бөтөү мөмкин түгел. Бары тик шуныһы асыҡ: был етди, киң эшмәкәрлекте ойоштороу, коллективты һәр ваҡыт алға, яңы башланғыстарға әйҙәү директорҙың иңенә төшә.
Эльвира Фәнис ҡыҙы был яуаплы бурысты бөтә тулылығында аңлап, фиҙакәр башҡарып килә. Быйыл уның “Башҡортостан мәктәбе директоры” республика конкурсында еңеү яулап, лауреат исеменә лайыҡ булыуы ла тиккә түгел. Учалының алдынғы белем усағы булып танылған 3-сө лицейы коллективына һәм уның егәрле, маҡсатлы директоры Эльвира Мөхәмәтйәроваға Яңы йылда ла уңыштар, яңы ҡаҙаныштар юлдаш булһын!