Белем һәм тәрбиә
21 Декабрь 2021, 11:30

Яҡташ студенттарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне

“Йыл студенты” – юғары уҡыу йорттары студенттары араһында киң таралған конкурс.

Яҡташ студенттарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәнеЯҡташ студенттарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне
Яҡташ студенттарыбыҙ алдынғылыҡты бирмәне

Мәскәүҙә “Йыл студенты-2021” Рәсәй милли премияһын алыусыларҙы ҡотланылар. Сара илебеҙҙең юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ойошторолдо. Милли премия – Рәсәй йәштәр союзы һәм “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының уртаҡ проекты.

Шул иғтибарға лайыҡ, премия Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамы менән “Мәғариф” милли проектының “Һәр кемгә социаль лифт” федераль проекты сиктәрендә үткәрелде. Студенттар 12 номинация буйынса көс һынашты. Бөтәһе илебеҙҙең 75 төбәгенән һигеҙ мең студент ҡатнашты, шуларҙың 600-ө финалға сыҡты.

“Йыл студенты” Рәсәй милли премияһы – уҡыуҙа алдынғы булған, спортта һынатмаған, фәнни эш менән шөғөлләнгән, ижад иткән һәм йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнашҡан студенттар өсөн уникаль конкурс һәм белем проекты.

– Әле проекттар тураһында бер нимә лә белмәйбеҙ, аҙаҡҡаса ойоштороусылар уның ниндәй форматта үтеүен күҙалламай, – тип һөйләне Рәсәй йәштәр союзы рәйесе, Рәсәй йәмәғәт палатаһы ағзаһы Павел Красноруцкий. – “Йыл студенты”н барыһы ла көтә, уға етди әҙерләнәләр.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының генераль директоры урынбаҫары Антон Сериков әйтеүенсә, конкурсанттар биш көн һуҙымында үҙҙәрен бар яҡтан да күрһәтергә тырышҡан. “Йылдың студент медиаһы” номинацияһында Башҡорт дәүләт университетының “ProfcomMedia” тигән берләштерелгән медиаһы лауреат булған. Беҙ ҙә яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!

Фото: ncfu.ru 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас