Белем һәм тәрбиә
22 Декабрь 2021, 14:30

Киләсәк уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов дистанцияла семинар-кәңәшмә үткәрҙе.

Киләсәк уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?Киләсәк уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?
Киләсәк уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш?

“Торатау” конгресс-холында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов педагогика йүнәлешендә эшмәкәрлеген көйләгән юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән 2021 йылда “Рәсәйҙең киләсәк быуын уҡытыусыһы” проектын тормошҡа ашырыу буйынса дистанцияла кәңәшмә ойошторҙо.

Сарала Рәсәй Мәғариф министрлығынан вәкилдәр, урта һөнәри белем биреү учреждениелары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм башҡалар ҡатнашты.

Ойоштороусылар – Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Мәғариф министрлығы академияһы, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Шул иғтибарға лайыҡ, 2021 йылда Президент Владимир Путиндың ҡушыуы нигеҙендә, илебеҙҙең педагогика йүнәлешендә эшләгән юғары уҡыу йорттарына капиталь ремонт үткәреү, уларҙы техник йәһәттән йыһазландырыу өсөн 4 миллиард 950 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бынан тыш, Рәсәй Мәғариф министрлығына педагогтарҙы әҙерләүҙә сифатты тамырынан үҙгәртергә кәрәк тигән етди бурыс ҡуйылған.

Дистанцияла ойошторолған мөһим һөйләшеүгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡушылды. Уның әйтеүенсә, семинар-кәңәшмәнең Өфөлә уҙыуы беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле. Өфө илдә иң күп мәктәпле ҡала иҫәпләнә. Башҡортостанда “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

"Йыл сараларға бай булды, бик тығыҙ эшләнек, – тине Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов. – Был киләсәккә маҡсаттар билдәләү йәһәтенән ныҡ отошло".

Сергей Сергеевич юғары технологиялар йүнәлешендә тормошҡа ашырылған технопарктар төҙөү мөһимлеген билдәләне.

Рәсәй Мәғариф министрлығының педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләү, һөнәри үҫеш һәм социаль яҡтан тәьмин итеү департаменты етәксеһе Андрей Милехин журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас