Белем һәм тәрбиә
23 Декабрь 2021, 07:00

Ватанға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙеләр

Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә тантаналы шарттарҙа кадет класы асылды.  

Ватанға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙеләрВатанға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙеләр
Ватанға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙеләр

Тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы рәйесе Иҙел Солтанов, район Советы депутаты Вадим Ғибәҙуллин ҡатнашты.

Мәктәптең 5-се класында белем алған 10 малай һәм 8 ҡыҙ кадет анты ҡабул итте, Ватанына тоғро хеҙмәт итергә һүҙ бирҙе.

Азат Шамил улы уҡыусыларҙы, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе был ваҡиға менән ихлас ҡотланы, мәктәпкә электрон тир бүләк итте.

Фото һәм сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас