

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә уңышлы сығыш яһағаны тураһында яҙҙы.
“Беҙҙең уҡытыусылар туған тел, шул иҫәптән рус теле буйынса Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресендә иң яҡшылар булып танылды. Конкурста 42 төбәк сығыш яһаны, ә беҙҙән дүрт педагог ҡатнашты һәм уларҙың барыһы ла айырылып торҙо.
Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнилә Әсхәт ҡыҙы Фәтхетдинова беренсе урынды яуланы.
Шулай уҡ Ишембай ҡалаһы 14-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Бектемир ҡыҙы Әйүпова ла беренсе урынға лайыҡ булды.
Таңсулпан Рәмил ҡыҙы Сәфетдинова икенсе урын дипломы менән ҡайтты. Ул Өфө районының Дорогин ауылындағы Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Ә Дәүләкән ҡалаһы 5-се мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Сергеевна Кабанина конкурста өсөнсө урынды яуланы.
Уҡытыусыларыбыҙҙы лайыҡ еңеүе менән ҡотлайым, киләсәктә лә ижади уңыштар теләйем. Улар белем биргән уҡыусылар өсөн шатмын”, - тип яҙҙы республика Башлығы.
Ошоноң ише конкурстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov