Белем һәм тәрбиә
24 Декабрь 2021, 17:30

Радий Хәбиров федераль ултырышта ҡатнашты

Владимир Путин: "Ағымдағы ун йыллыҡта кәмендә 25 университет кампусы төҙөләсәк".

Радий Хәбиров федераль ултырышта ҡатнаштыРадий Хәбиров федераль ултырышта ҡатнашты
Радий Хәбиров федераль ултырышта ҡатнашты

Бөгөн, 24 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Советы менән Фән һәм мәғариф буйынса Президент советының берлектәге ултырышында ҡатнашты. Уны видеоконференция тәртибендә Рәсәй Президенты Владимир Путин үткәрҙе.

Ултырышта ҡатнашыусылар тамамланып килгән Фән йылына ярашлы үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһаны, шулай уҡ ошо өлкәлә идара итеүҙе һәм тикшеренеү проекттарын тормошҡа ашырыуҙы юғары кимәлгә сығарырға мөмкинлек биргән яңы оҙайлы сроклы программа әҙерләү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.

- Осрашыуыбыҙҙың тағы ла бер мөһим темаһы – илебеҙҙең бөтә биләмәләрендә кешеләрҙең именлеге, юғары йәшәү сифаты шарттары булараҡ Рәсәй төбәктәренең инновацион мөмкинлектәрен үҫтереү буйынса артабанғы аҙымдар, – тине Владимир Путин. – Һүҙ яңы белем һәм технологиялар булдырыу хаҡында ғына бармай. Уларҙың һаулыҡ һаҡлауҙа һәм мәғарифта, транспорт һәм коммуналь инфраструктура эшендә, экологик, социаль һәм башҡа ижтимағи мөһим бурыстарҙы хәл итеүҙә туранан-тура ғәмәлдә ҡулланыу табыуы мөһим.

Дәүләт башлығы заманса университет кампустары булдырыу программаһына айырым туҡталды.

– Беҙҙең фән - донъяла иң йәш тикшеренеүселәрҙе туплағандарҙың береһе, уның потенциалы юғары уҡыу йорттарында һәм университеттарҙа нығына. Шуныһы мөһим: балаларына ғилми карьера һайлауҙа ярҙам иткән ата-әсәләр һаны арта. Был мөһим: ыңғай һәм оҙайлы йүнәлештәргә ярҙам итергә кәрәк, – тине Владимир Путин. – Мәҫәлән, ағымдағы ун йыллыҡта кәмендә 25 университет кампусы төҙөләсәк. Уларҙа уҡыу һәм тикшеренеүҙәр өсөн алдынғы шарттар булдырылырға тейеш: спорт менән шөғөлләнеү, стартаптарҙы асыу һәм технологик компанияларҙың эше өсөн яҡшы шарттар. Бындай программа дәүләт, бизнес, федерация субъекттарының һәләтле йәштәр өсөн заманса мөхит булдырыу буйынса берлектәге эш өлгөһөнә әйләнергә тейеш. Бөгөн был - төбәктәрҙә фәнде һәм технологияларҙы үҫтереүҙең мөһим шарты.

Ил Президенты шулай уҡ Фән һәм технологиялар йылын Рәсәйҙә ғилми тиҫтә йыллыҡтың башы булһын тип тәҡдим итте. Ул мәғарифты артабан үҫтереү өсөн стимул булып торасаҡ.

Белешмә өсөн:

Башҡортостан етәкселеге республикала 2020 йылдың декабрендә федераль статус алған донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәген булдырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Үҙәккә төбәктең алты университеты, өс ғилми учреждение һәм иҡтисадтың реаль секторының 26 предприятиеһы – төбәк сәнәғәте флагмандары, бәләкәй һәм урта инновация компаниялары инде. Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре – “Һанлы һәм йәшел химия, энергетика”, “Алдынғы етештереү технологиялары һәм инжиниринг”, “Биомедицина һәм генетика”, “Яңы йәшәү мөхите”.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең эшмәкәрлек программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында күп функциялы классик юғары уҡыу йорто – Өфө фән һәм технологиялар университетын булдырыу буйынса эш бара. Ошо ике юғары уҡыу йортоноң берлектәге заявкаһы “Өҫтөнлөк 2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашты һәм 2021-2022 йылдарға гранттың төп һәм махсус өлөштәрен (100 миллион һәм 142 миллион һум) алыу мөмкинлеге бирҙе. Ошо федераль программала еңеүселәр иҫәбендә Өфө дәүләт нефть техник университеты менән Башҡортостан дәүләт медицина университеты ла бар. База бүлегенән тыш, улар ҙа гранттың махсус өлөшөн аласаҡ: Өфө дәүләт нефть техник университеты - 142 миллион һум, Башҡортостан дәүләт медицина университеты - 426 миллион һум.

Евразия ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереү маҡсатында Башҡортостанда юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн заманса кампус төҙөләсәк. Быйыл августа буласаҡ Өфө кампусы Рәсәйҙә 2022 - 2030 йылдарҙа тормошҡа ашырылған һәм бюджет гранттары формаһында дәүләт ярҙамы алған һигеҙ пилот проекты иҫәбенә инде. Кампусты дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында булдырырға ниәтләйҙәр.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.  

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас