Белем һәм тәрбиә
25 Декабрь 2021, 12:00

100 йыллыҡ мәктәпкә - яңы һулыш

Радий Хәбиров: "21-се лицей уҡыусыларының ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларына учреждениены төҙөкләндереүҙе тиҙ арала тамамларға вәғәҙә бирҙек. Әйткәнебеҙ үтәлде".

100 йыллыҡ мәктәпкә - яңы һулыш100 йыллыҡ мәктәпкә - яңы һулыш
100 йыллыҡ мәктәпкә - яңы һулыш

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Өфөнөң 21-се лицейы асылыу тураһында яҙҙы.

"Йыл ярым элек Өфөләге 21-се лицей уҡыусыларының ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларына учреждениены тиҙ арала төҙөкләндереүҙе тамамларға вәғәҙә бирҙек. Әйткәнебеҙ үтәлде.

Был мәктәп Башҡортостанда иң боронғоларҙың береһе, уға - 100 йыл. Ә стеналарҙың, ҡыйыҡтың, иҙәндәрҙең торошона ҡағылышлы хәүеф аҡланды. Төҙөкләндереү талап ителә ине. Бөгөн бында заманса сағыу уҡыу аудиториялары бар, улар яҡшы йыһазландырылған.

Шулай уҡ 21-се лицейҙағы мәктәп ашханаһын реконструкцияланыҡ. Яңы ҡорамалдар, йыһаздар һатып алдыҡ, залды, ярҙамсы бүлмәләрҙе ремонтланыҡ.

Бында стоматология кабинеты асырға ниәтләйбеҙ.

Беҙҙең фекер шундай – бер нәмәне генә төҙөкләндереүгә тотонмау, ә комплекслы, күләмле фекер йөрөтөү. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда өс йыл эсендә төҙөкләндерелгән мәктәптәрҙә 2667 уҡыусы өсөн урын өҫтәлде, тағы ла 31 мәктәп (11 548 уҡыусы өсөн) төҙөнөк. Киләсәккә пландар ҙур. Бәхетле Яңы йыл теләйем.

Сәләмәтлек һәм тыныслыҡ!" - тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас