

Быйыл Дәүләт Кремль һарайындағы Яңы йыл тамашаһы тамашасыларһыҙ үтәсәк: бындай сикләүҙәр илдең төп балалар байрамында ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлеге хаҡында хәстәрлек күреү өсөн эшләнде. Әммә шул уҡ ваҡытта “Кремль шыршыһы"на Рәсәйҙең бөтә балалары ла "саҡырыла": улар Кремль һарайындағы сағыу тамашаны “Карусель” телеканалы аша ҡарай аласаҡ.
“Быяла өрөүсенең тылсымлы әкиәте” ("Волшебной сказки Стеклодува”) тип аталған тамашаның сюжеты Саша исемле малайҙың күргән-кисергәндәренә таянып төҙөлгән. Уға байтаҡ һынауҙар аша үтергә, дуҫтарына күңеле ҡалырға, уларҙы яңынан табырға тура килә. Бер сәхнәлә Ҡаҙҙар-Аҡҡоштар, Емеля, Мейес, Суртан, Ҡарбабай һәм Алтын балыҡ осраша һәм иң изге теләктәрҙе бойомға ашыра.
Музыкаль тамашаның төп геройҙары – балалар. Был ролдәрҙе “Домисолька” балалар театрының, Мәскәү ҡалаһы театр студияларының йәш артистары башҡара. Сарала йөҙҙән ашыу актер, балет артисы ҡатнаша, улар араһында эстетик гимнастика буйынса Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара ярыштар еңеүселәре, Тесленко цирк династияһы акробат-жонглерҙары һәм башҡалар бар.
Дәүләт Кремль һарайындағы Яңы йыл тамашаһы 1963 йылдан алып уҙғарыла. Оҙаҡ йылдар дауамында һаҡланып килгән был матур сара йөҙҙәрсә мең баланы берләштерә, уларҙы тылсымлы ҡышҡы әкиәт донъяһына ҡунаҡҡа алып бара. Ә хәҙер телевидение аша трансляция арҡаһында “Кремль шыршыһы”н барлыҡ теләүселәр ҡарай ала.
31 декабрь кисендә телевидение аша күрһәтелгәндән һуң “Карусель” каналының сайтында ишетеү һәләте насар балалар өсөн сурдотәржемәле версия ла һалынасаҡ.
31 декабрҙә “Карусель” телеканалын тоҡандырып, “Кремль шыршыһы”н ҡарағыҙ!
Фото: "Башинформ".