Белем һәм тәрбиә
28 Декабрь 2021, 16:30

Әлегә ректорға бәйле мәсьәлә хәл ителмәгән

Радий Хәбиров: "Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында булған барлыҡ яҡшы мөмкинлектәрҙе һаҡлаясаҡбыҙ".

Әлегә ректорға бәйле мәсьәлә хәл ителмәгәнӘлегә ректорға бәйле мәсьәлә хәл ителмәгән
Әлегә ректорға бәйле мәсьәлә хәл ителмәгән

Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү тураһындағы мәсьәләгә туҡталды. 

- Бөгөн беҙ ғилми йәмәғәтселек менән осраштыҡ. Республикаға фән арҡаһында күпме аҡса килеүе тураһында һөйләштек. Бына ҡарағыҙ, Удмурт Республикаһында ҙур юғары уҡыу йорто бар, ә беҙҙә юҡ. Мин Владимир Владимирович Путиндан был мәсьәләлә ярҙам итеүен һораным. Берләшеү тәҡдименең асылында юғары уҡыу йорттарының фәнни ҡеүәтен юғалтыуына юл ҡуймау теләге ята. Беҙ Башҡорт дәүләт университетында һәм Өфө дәүләт авиация техник университетында булған барлыҡ яҡшы мөмкинлектәрҙе һаҡлаясаҡбыҙ. Республика яңы юғары уҡыу йортона 50 мең квадрат метр майҙан бүлә. Ҡеүәтте туплаясаҡбыҙ!

Әлегә ректорға бәйле һорау хәл ителмәгән. Башҡорт дәүләт университетынан да, Өфө дәүләт авиация техник университетынан да булмаған көслө, ҡеүәтле кешене табасаҡбыҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.  

Фото: “Башинформ".

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас