Белем һәм тәрбиә
28 Декабрь 2021, 09:53

Лицей бинаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың иң боронғо уҡыу йорттарының береһендә — Өфөнөң 21-се лицейында булды. Уҡыу йорто быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Былтыр августа республика Башлығы ташландыҡ хәлдә булған уҡыу йорто бинаһына сәфәр ҡылды. Уның авария хәлендә булыуы сәбәпле, дәрестәрҙе күрше 41-се һәм 126-сы мәктәптәрҙә үткәрергә мәжбүрҙәр ине.

Радий Хәбиров лицейҙы төҙөкләндереүҙе республиканың маҡсатлы инвестиция программаһына индерергә һәм бинаны яңыртыуға тотонорға ҡушты. 2021 йыл аҙағына объектта төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланыу өҫтөндә, йыһаздар, ҡорамалдар ҡуйыла.

Башҡортостан Башлығы төҙөк­ләндерелгән лицей бинаһының уҡыу бүлмәләрен, ашхананы, спорт һәм тамаша залдарын ҡараны. Учреждение директоры Солтан Баҙыҡов бел­дереүенсә, тикшереү барышында бинаның майҙаны төҙөкләндереүҙән һуң ике тапҡырға киңәйгән, унда 750 уҡыусы белем аласаҡ.

Уҡыусыларҙың ата-әсәһе һәм уҡытыусылар коллективы менән аралашып, Радий Хәбиров уларҙы лицейҙың юбилейы, алдағы Яңы йыл байрамы уңайынан ҡотланы.

– Йыл ярым элек лицей бинаһы ташландыҡ хәлдә ине, ә уҡыусыларға күрше мәктәптәрҙә уҡырға тура килде. Мөрәжәғәттәрегеҙҙән һуң Өлфәт Мансур улы Мостафин менән бында булдыҡ һәм яңыртырға тигән ҡарарға килдек. Бөгөн төҙөкләндерелгән мәктәпкә ҡарап ҡыуанам. Уның 100 йыллығын ҙур ҡыуаныс менән ҡаршылайыҡ, – тине Радий Фәрит улы.

Республика Башлығы билдәләүенсә, эш башланыу менән уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырыу бик мөһим. Был йәһәттән юғары сифатлы ҡайнар аш әҙерләү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығына бинаны төҙөкләндереүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Лицейҙың юбилейы айҡанлы байрам тантаналары 2022 йылда үткәреләсәк.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас