Белем һәм тәрбиә
29 Декабрь 2021, 07:00

“Яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ”

Өфө күп профилле профессиональ колледж директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитов республика Башлығының сығышына ҡарата үҙ фекерен белдерҙе. 

“Яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ”“Яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ”
“Яңылыҡты хуплап ҡаршы алдыҡ”

Белеүебеҙсә, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервью бирҙе. Унда республикабыҙҙың төрлө тармаҡтар буйынса йыллыҡ эшмәкәрлегенә, йылдың иң мөһим ваҡиғаларына, уңыштарға һәм проблемалы мәсьәләләргә ентекле анализ яһалды.

Төбәк Башлығының сығышына ҡарата дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ ҡарашын белдерҙе. Беҙ Өфө күп профилле профессиональ колледж директоры Сынтимер Биктимер улы Баязитовҡа мөрәжәғәт итеп, уның фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.

“Колледж директоры булараҡ, Башҡортостан Башлығының 2022 йылды Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан итеүен хуплап ҡаршы алдым.

Республика Башлығы һәм Хөкүмәт ярҙамы менән төбәгебеҙҙә урта һөнәри белем биреү тармағын үҫтереү йәһәтенән бихисап эштәр башҡарыла.  

Белеүебеҙсә, быйыл беҙҙә IX “Йәш профессоналдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты уҙҙы. Был ҙур сара хаҡында Радий Фәрит улы кисәге сығышы ваҡытында ла айырып билдәләне. Ошоға ярашлы тормошҡа ашырылған федераль проектҡа ярашлы, республикала 67 заманса оҫтахана асылды, чемпионат һөҙөмтәһендә уларҙың һанын тағы 109-ға арттырыу мөмкинлеге булды.

Белеүегеҙсә, быйыл республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров уҡыу йорттарының ятаҡтарындағы хәл-торошто, уларҙың матди базаһын шәхсән тикшереп, был йәһәттән байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланды. Әйтергә кәрәк, был юҫыҡта әле үк аныҡ эштәр башланды, студент ятаҡтарында түшәк кәрәк-ярағы, йәғни матрас, мендәр, одеялдар һәм башҡаларҙы яңыртыу өсөн байтаҡ аҡса бүленде.

Беҙҙең республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы илдә иң ҙурҙарҙан һанала, шуға күрә матди базаны нығытыу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең эшмәкәрлекте яҡлауҙы, ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған йылда ошо йәһәттән башҡарыласаҡ эштәр тағы ла һөҙөмтәлерәк, тағы ла киңерәк даирәле булыр, тип ышанам. Ҡалаларҙағы ғына түгел, район үҙәктәрендәге, республиканың ҡайһы бер ауылдарындағы урта һөнәри уҡыу йорттары ла аныҡ ярҙам күрер, тигән өмөт тә бар, сөнки илебеҙ, республикабыҙ иҡтисадының мөһим тармаҡтарын эшсе кадрҙар менән тәьмин итеүҙә улар ҙа ҙур эш башҡара.

Фото: Нәсих Хәлисов.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас