Белем һәм тәрбиә
3 Ғинуар 2022, 12:30

Уҡытыусылыҡ – йәшәү мәғәнәһе

Көсөргәнешле конкурста Өфө ҡалаһының 58-се лицейынан Әлфиә Ғәзизова еңде.

Уҡытыусылыҡ – йәшәү мәғәнәһеУҡытыусылыҡ – йәшәү мәғәнәһе
Уҡытыусылыҡ – йәшәү мәғәнәһе

Күптән түгел “Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2021”, “Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021” бәйгеһе шуға асыҡ миҫал.

Шул иғтибарға лайыҡ, тотош донъялағы хәл-торошҡа бәйле, быйыл конкурс этаптары дистанцияла уҙғарылды. Бәйгелә барлығы 16 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы көс һынашты.

Өс аҙна дауамында конкурсанттар алты һынау үтте. Конкурстың ситтән үткәрелгән турында һәр береһе педагогик кейсты сисеү серҙәрен асты, дәрестәрҙә һәм класс сәғәттәрендә педагогик һәм ораторлыҡ һәләттәрен күрһәтте, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре бирҙе. Аҙаҡтан барыһы ла "түңәрәк өҫтәл"гә йыйылды.

“Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2021” конкурсында Өфө ҡалаһының 58-се лицейынан Әлфиә Ғәзизова еңде.

– Ниндәй ҙә конкурс – үҙенә күрә оло һынау, ә инде ошо һынауҙа һынатмау – ҙур батырлыҡ, – тип һөйләй Әлфиә Рәүеф ҡыҙы. – Бәйгенең ни тиклем көслө барасағын алдан самалағайным, үҙ сиратында, уға төплө һәм етди әҙерләндем, ныҡ яуаплы ҡараным. Күп йыллыҡ педагогик стажға эйәмен, тәжрибә туплап өлгөрҙөм, уҡытыусылыҡ – йәшәү мәғәнәмә күптән әйләнде, шулай булғас, ниңә мәртәбәле конкурста ҡатнашмаҫҡа?! Уңышҡа өлгәшеүем – дөрөҫ юлды һайлауымды аңлата ла инде.

Хеҙмәттәштәре әйтеүенсә, Әлфиә Ғәзизова уларҙың белем усағындағы һәр педагог өсөн өлгө.

Әлфиә Ғәзизова билдәләүенсә, мөҡәддәс бурыстарының береһе – һәр бала күңелендә башҡорт теленә хөрмәт уятыу, ә инде башҡорт телен белмәүселәргә уны өйрәнергә теләк тыуҙырыу, ынтылыш булдырыу. 

Әлфиә Рәүеф ҡыҙы тәүҙә Дәүләкәндә уҡытыусы булып эшләгән, аҙаҡтан Өфө ҡалаһына күсеп килгәндәр.

– Бәхет йортоңа үҙеңә килеп инмәй, уны һәр саҡ эҙләргә кәрәк, уны табыу күп көс түгеү мөһим, – тине Әлфиә Ғәзизова.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас