

Уҡытыусы көнө алдынан йыл да Башҡортостанда төрлө саралар даими ойошторола. Мәҫәлән, 2021 йылда Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында мөғәллимдәр өсөн күркәм байрам ойошторолдо.
Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы Ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан дөйөм белем биреү һәм дәүләт профессиональ белем биреү ойошмаларының иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары араһында аҡсалата дәртләндереүгә дәғүә иткән республика конкурсы уҙғарылғайны. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе көслө булыу сәбәпле, әлеге сара дистанцион рәүешендә үтте.
Конкурс йомғаҡтары буйынса, һөҙөмтәле профессиональ эшмәкәрлек һәм республикабыҙҙа мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн иң яҡшы 50 башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусыһына 50-әр мең һум күләмендә премия тапшырылды.
Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин педагогтарҙы байрам айҡанлы ҡотланы, тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар теләне. Айбулат Вәкил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр әҙерләү йәһәтенән педагогтар ҙур эштәр башҡара.
Иң-иңдәр араһында Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Бикбаеваны күреү, айырыуса ҡыуаныслы булды.
– Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялландым, теләгем тормошҡа ашыуына шатлығым сикһеҙ, – тип һөйләй Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы. – Беҙҙә, Башҡортостанда уҡытыусылар дәртләнеп эшләһен өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған. Заманса белем усағында хеҙмәт күрһәтеүемә, шулай уҡ һөйөнәм. Республика етәкселеге уҡытыусыларҙың хеҙмәтен тейешле баһалай һәм дәртләндереү сараһын күрә, иң мөһиме, беҙҙең өсөн ошолор.
Алһыу Бикбаева билдәләүенсә, уҡытыусы – донъялағы иң маҡтаулы ла, иң изге лә һөнәрҙәрҙең береһе. Педагог булып осраҡлылар эшләмәй, хатта эшләй ҙә алмай. Уның өсөн иң беренсе, һәләт ул кешелә булырға тейеш, өҫтәүенә, уҡытыусылыҡҡа күңел тартылып тороу зарур. Уҡыусы балаларҙы үҙенекеләй күреп яратҡан, тыныс холоҡлолар ғына ошо яуаплы эште башҡара ала.
Алһыу Мөхәррәм ҡыҙы ҡыҙыҡлы итеп үткәргәне өсөн ҡыҙ һәм малайҙар уның дәресен ҡалдырмаҫҡа тырыша. Хәйер, беҙ ҙә Алһыу Мөхәррәм ҡыҙының дәресен ҡараныҡ һәм быға тулыһынса инандыҡ.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.