Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Ғинуар 2022, 18:00

“Һөт кухняһы” – барыһы өсөн дә уңайлы

Йыл аҙағына тауар линейкаһында яңы аҙыҡ-түлек барлыҡҡа килде

“Һөт кухняһы” – барыһы өсөн дә уңайлы
“Һөт кухняһы” – барыһы өсөн дә уңайлы

Башҡортостанда инде өсөнсө йыл өс йәшкә хәтлемге балалар, йөклө ҡатындар һәм сабый имеҙгән әсәләр өсөн аҙыҡ-түлектең махсус продукттары менән бушлай тәьмин итеү программаһы тормошҡа ашырыла. Йыл да “Һөт кухняһы”н алыусылар күбәйә, етештереү күләме арта һәм аҙыҡ-түлек төрө киңәйә.

– Йыл аҙағына тауар линейкаһында яңы аҙыҡ-түлек барлыҡҡа килде, – тип һөйләй Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү министры Алексей Гусев. – Бер нисә ҡаптарға һалынған емеш-еләк ҡушылған эремсек шуға асыҡ миҫал. Киләһе йылда алма менән груша һәм персик ҡушылған эремсек етештереү шуға асыҡ миҫал. Маҡсат – бәләкәстәргә уларҙың һәр береһе тәмле лә, файҙалы ла булһын.

2021 йыл һуҙымында бәләкәстәр өсөн “Һөт кухняһы” 16 миллион порция һөт, кефир, эремсек һәм йогурт етештерелгән.

Бушлай ҡоро ҡатнашма, бутҡа һәм һөт продукциялары менән 33 мең бала тәьмин ителгән. Улар өсөн өҫтәмә рәүештә 11 фирма нөктәһе булдырылған. Ә Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Федоровка һәм Миәкә райондарында һөт продукцияһын таратыу пункты (дүртенсе пункт) асылған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: