Белем һәм тәрбиә
13 Ғинуар 2022, 15:10

“Иң яҡшы инвестиция – үҙ-үҙеңде үҫтереү”

Төркөмөбөҙҙә Рәсәй студенттары көнө уңайынан иғлан ителгән конкурс гөрләп бара. Уңған, әүҙем, аҡыллы, отҡор йәштәребеҙ “ИҢ ЯҠШЫ СТУДЕНТ” исеме өсөн көрәшә. Бөгөндән конкурсанттар менән яҡындан таныштыра башлайбыҙ. Тәүге егетебеҙ - Инсаф ӘҺЛИУЛЛИН.

“Иң яҡшы инвестиция – үҙ-үҙеңде үҫтереү”“Иң яҡшы инвестиция – үҙ-үҙеңде үҫтереү”
“Иң яҡшы инвестиция – үҙ-үҙеңде үҫтереү”

Инсаф - Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты. Бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал егет үҫә төшкәс, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Өфө ҡалаһының 21-се лицейын тик “5” ле билдәләренә генә тамамлап, һис икеләнмәй яҙмышын “иҡтисад хәүефеҙлеге” менән бәйләргә ҡарар итә ул.
Ҡала егете булһа ла Инсаф ауылда нығына.
Ағаһының тракторына ултырып, ялан-ҡырҙарға бесән йыйырға йөрөй башлағанда уға ни бары 14 кенә йәш була әле. Тәүге эш хаҡын да Инсаф ана шул тракторы менән эшләй. Бөгөн иһә егет Ишембай районының Маҡар ауылында йәшәгән олатаһы менән өләсәһенең, Стәрлетамаҡ ҡалаһында көн иткән нәнәһенең ҡәҙерле ҡунағы ла, алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ла. Нәфис ағаһының “тимер ат”тарын “ауыҙлыҡлап”, ауыл халҡына бесәнен дә йыя, һаламын да ташый, утынын да килтерә ул. Ә бынан бер нисә йыл элек үҙе эшләп тапҡан аҡсаһына ғаилә кәсебе – умартасылыҡ менән шөғөлләнеү маҡсатында бал ҡорттары ла алып ебәргәс, маҡсаттары бермә-бер артҡан. Ни тиһәң дә, иҡтисад, инвестиция менән ҡыҙыҡһынған егеттең киләсәккә пландары ҙур.
“Иң яҡшы инвестиция – үҙ-үҙеңде үҫтереү”, - ти ул.
Бөгөн Инсаф Өфө дәүләт авиация техник университетында уңышлы уҡып йөрөй. Спорт менән шөғөлләнә. Яңыраҡ ҡына Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө уңайынан үткәрелгән конкурста беренсе урын яулаған.
Донъялағы һәр кеше яҡты киләсәккә ҙур өмөттәр бағлап йәшәй. Бына шул өмөт сатҡыһы йәшәтә лә инде ул кешене. Иң тәүҙә үҙеңә, үҙеңдең көсөңә ышаныс булырға тейеш, шунан китә – алға ҡуйылған маҡсат. Инсафҡа ла тик уңыштар теләп ҡалайыҡ һәм уның өсөн тауыш бирәйек!

Фото геройҙың шәхси архивынан.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас