

“Иң шәп студент”тарыбыҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн тағы бер аҫыл егет Батырхан Азаматов тураһында һөйләмәксебеҙ.
Батырхан Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуған. 7-се класҡа тиклем тыуған ауылындағы 2-се мәктәптә уҡыған, һуңынан Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се гимназия интернатҡа уңышлы имтихандар тапшыра һәм уҡыуын шунда дауам итә.
– Гимназияла дүрт йыл уҡыным, ошо ваҡытта бик күп нәмәгә өйрәндем: лидерлыҡ сифаттарына эйә булдым, бик күп дуҫтар таптым, үҙаллыраҡ була башланым. Гимназия миңә бик күпте бирҙе һәм мин быға шатмын, – ти ул.
Аҙаҡ Уңышлы ғына итеп Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра һәм Башҡорт дәүләт университетының Физика-Техника иститутына, “Ер һәм планеталар физикаһы” йүнәлеше буйынса уҡырға инә. “Ни өсөн тап ошо йүнәлеш? Сөнки нефть, газ табыу һәм уны тикшереү – ихтыяж менән ҡулланған һөнәрҙәрҙең береһе. Бала саҡта янғын һүндереүсе булырға хыялланһам да, өлкәнәйгәс, нефть менән бәйле һөнәрҙең миңә яҡыныраҡ булыуын аңланым”, – ти Батырхан.
Егет әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнә: хоккей, волейбол, футбол. Бала саҡта яратып лапта уйнаған, район ярыштарына йөрөгән. Шулай уҡ туризм менән шөғөлләнгән, район буйынса беренсе урындар яулаған. Әле БДУ йыйылма командаһы составында КВН уйнай. Гитарала, өҫтәл уйындары уйнарға, китап уҡырға ярата.
– Үҙемдең ҡаҙаныштарым тип гимназия тамамлауҙы, юғары уҡыу йортона инеүҙе иҫәпләйем, факультеттың профбюроһында (спорт-ойоштороу ойошмаһы) торам, юғары стипендия алам. Вуз сараларында әүҙем ҡатнашам, – ти ул.
Бына шундай әүҙем 21 генә йәшлек егет ул Батырхан. Уға бәйгебеҙҙә һәм артабанғы тормошонда тик уңыштар теләйбеҙ!