

Сертификат – ата-әсәләргә ҙур ярҙам
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проектын шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса иң һөҙөмтәле алым тип тапты һәм ошо тәжрибәне илдең башҡа төбәктәрендә лә ҡулланырға тәҡдим итте. Белеүебеҙсә, республикабыҙҙа, аныҡлабыраҡ әйткәндә, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында, ике йыл дауамында “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” проекты тормошҡа ашырыла.
Проект Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округында 2019 йылдың октябренән ғәмәлгә индерелде. 2020 йылдың октябренән уға Өфө ҡалаһы ла ҡушылды. 2020 йыл йомғаҡтары буйынса 1059 сертификат тапшырылған. Ә инде уҙған йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, 2000 сертификат бирелгән, шуларҙың 1741-е – Өфөлә, 235-е – Стәрлетамаҡта. Башланғыс әкренләп Нефтекама ҡалаһында ла яйға һалына бара.
Проект хаҡында республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙ фекерен белдерҙе.
"Һуңғы өс йылда ғына Башҡортостанда 46 балалар баҡсаһы төҙөнөк. Әммә улар барыбер етмәй. Артабан да төҙөү планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта сабыйҙар өсөн урындар етмәү проблемаһын шәхси балалар баҡсалары ла хәл итә ала, тип уйландыҡ. Икенсе яҡтан, был эшҡыуарҙарға үҙ бизнесын булдырырға ярҙам итеү өсөн яҡшы мөмкинлек булыр ине. Шуға күрә 2019 йылда шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар системаһы проектын ғәмәлгә индерҙек.
Проекттың асылы нимәлә? Беҙ шәхси балалар баҡсаларына ярҙам итәбеҙ – уларға бер бала өсөн айына алты мең һум аҡса бирәбеҙ. Был ата-әсәләргә бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, улар ғәҙәти балалар баҡсаһы өсөн кеүек түләй.
Пилот проектын Стәрлетамаҡта 200 сертификат биреүҙән башланыҡ. Һынап ҡараныҡ. Тәжрибә күрһәтеүенсә, был эшҡыуарҙарға ла, ата-әсәләргә лә, урындағы үҙидара органдарына ла уңайлы”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
2022-2023 йылдарҙа проектты республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 136,8 миллион һум күләмендә финанслау күҙалланған. 2022 йылда проектҡа Октябрьский ҡалаһының (20 сертификат) һәм Иглин районының (85 сертификат) шәхси мәктәпкәсә ойошмалары ҡушылырға ниәтләй. Быйыл Башҡортостан Республикаһында бөтәһе 2000 сертификат биреү күҙаллана.
Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты ике айҙан өс йәшкә тиклем балалары булған атай-әсәйҙәргә (законлы вәкилдәргә), “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына берҙәм республика электрон сираты”нда торған һәм муниципаль балалар баҡсаларында урын булмаған осраҡта, шәхси балалар баҡсаһынан урын алыу мөмкинлеге бирә. Бының өсөн йәшәгән урын буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙ сиратында шәхси балалар баҡсалары бер балаға айына 6 мең һум күләмендә финанслау ала. Аҡсаның 5700 һумы – республика, 300 һумы урындағы бюджеттан бүленә.
Башланғысты тормошҡа ашырыуға тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашыра башлаған Стәрлетамаҡ ҡалаһында был йәһәттән эштәр нисек ҡуйылған? Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтоваға мөрәжәғәт иттек.
“Беҙ эште Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы ҡарары менән сертификаттар тапшырыу тәртибе раҫлауҙан башланыҡ. Беҙҙең ҡалала был проектта дүрт шәхси бала баҡсаһы ҡатнаша:
- "Мери Поппинс" балалар баҡсаһы "автономлы мәктәпкәсә белем биреү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы;
- "Сюрприз" балалар баҡсаһы "автономлы мәктәпкәсә белем биреү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы;
- "Непоседа" үҫеш үҙәге "автономлы мәктәпкәсә белем биреү коммерцияға ҡарамаған белем биреү ойошмаһы;
- “Аманат” шәхси балалар баҡсаһы.
Проект башланғандан алып 545 ата-әсә сертификат һорап мөрәжәғәт итте, был иһә ҡалабыҙҙың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына сиратты кәметергә һәм өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар булдырыуҙы 75 проценттан 100 процентҡа тиклем арттырырға мөмкинлек бирҙе. Ҡала хакимиәте биналарҙы ҡуртымға түләүһеҙ йәки түбән процент (0,1 - 0,2%) менән ҡуртымға биреүҙә ярҙам күрһәтә”, - тип һөйләне мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтова.
Фото: “Бәйләнештә” селтәренән (vk.com/radiyhabirov).