

“Иң яҡшы студент” бәйгеһендә ҡатнашҡан йәштәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн Йылайыр районының Юлдыбай ауылы егете Алмаз Айытҡолов тураһында һөйләмәксебеҙ. Ул Башҡортостан дәүләт аграр университетының агротехнология һәм урман хужалығы факультетының магистратураһында беренсе курста белем ала.
Етди һөнәр һайлаһа ла, Алмаз бәләкәй сағынан йыр-моңға ғашиҡ, вокал менән шөғөлләнә. Быны ул үҙенең йырлы, атаҡлы ҡурайсылары менән дан тотҡан ерҙә тыуыуы менән бәйләй.
Белемде ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында ала. Тап ошо йылдарҙа музыка, вокал менән профессиональ рәүештә шөғөлләнә башлай. "Яҙғы тамсылар", "Ирәндек моңдары" кеүек конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Гимназия-интернаттағы йылдар уны тормошта юғалып ҡылмаҫҡа, тыуған ерҙе һөйөргә өйрәтә, бик ныҡ йоғонто яһай.
Студент булып киткәс тә, Алмаз сәнғәт донъяһын онотмай.
– Студент тормошо уҡыу менән генә сикләнмәй бит, нәҡ ошо йылдар - тормошобоҙҙың хәстәрһеҙ, матур ваҡыты. Шуның менән файҙаланып мин уҡыу йылдарымды белемгә генә арнаманым, ә йыр-моңға һөйөүемде тағы ла нығыраҡ арттырырға тырышам, – ти Алмаз. – Беренсе курсҡа килгәс тә вокал бүлексәһенә яҙылдым, имтихандарҙы яҡшы тапшырғас, “эстрада вокалы белгесе" тигән танытма алдым.
Уҡыу йортоноң бакалавр бүлегендә уҡыған йылдарында университеттың һәр бер сараһында ҡатнаштып, тик призлы урындарға ғына лайыҡ була ул. "Алтын башаҡ" студент ижады фестивале, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле, егеттәр", рок-фестивалдәр... Шулай ҙа Алмаз иң ҙур ҡаҙанышы тип Ауыл хужалығы министрлығы бөтә илдең университеттары араһында үткәргән студенттар ижады бәйгеһендә өс сығышта ҡатнашыуын, халыҡ йыры номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булыуын һанай. Дөйөм иҫәптә уларҙың уҡыу йорто 49 вуз араһында икенсе урынды яулай.
– Ни өсөн агрономға уҡыйым тигән һорауға мин былай тип яуап бирер инем: бөгөн күреүебеҙсә, ауыл хужалығы бөтә Ер шары буйынса ныҡ үҫешә. Кешегә күберәк тәбиғи тауар кәрәк. Беҙҙең һәр бер ашаған ризығыбыҙ ерҙән сыға. Шуның өсөн дә мин үҙемде ауыл хужалығына бағышларға булдым. "Беҙ ер хаҡында ҡайғыртырға тейешбеҙ" – был беҙҙең университеттың лозунгыһы һәм уны хуплайым, – ти Алмаз Айытҡолов.
Алмаз үҙенең тормош девизы менән дә уртаҡлашты. “Беренсе аҙымыңды эшлә һәм юл үҙенән-үҙе барлыҡҡа киләсәк. Тормошта бер нимәнән дә ҡурҡмаҫҡа кәрәк. Һинең һәр бер аҙымың – ул шәхес булыуҙың бер бәләкәй генә үҫеше. Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына, шуға һәр нимәне татып өлгөрөргә кәрәк”.
Фото Алмаздың шәхси архивынан.