

Бөгөн һеҙҙе тағы бер талантлы, алдынғы ҡарашлы егет менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул да баҫмабыҙ ойошторған "Иң яҡшы студент” бәйгеһендә ҡатнаша.
Динислам Сафин – Сибай егете. Уға 24 йәш. Йәш кенә булһа ла ул үҙенең алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй – башҡорт театрына хеҙмәт итеү. Ошо маҡсатҡа өлгәшеү ниәте менән З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға инә.
– Театр артисы һөнәре тырыштарҙы, егәрлеләрҙе, белемлеләрҙе яратҡанын мин яҡшы беләм, шуға ла үҙемде был һөнәргә күптән әҙерләйем. Әгәр ҙә мин башҡорт театрында Салауатты башҡарам икән, аңымда халҡымдың үткәне, күңелемдә Салауат шиғырҙары, ҡулымда ҡурай булырға тейеш, – ти Динислам.
Шуға ла ул тәүге белеме буйынса ҡурайсы. Сибай сәнғәт колледжын тамамлап килгән институтҡа. Әйткәндәй, студент егет өйләнергә лә өлгөргән.
“Хыялым өлгөлө ғаилә башлағы булыу. Мин һынауҙарҙан ҡурҡмайым, улар мине сыныҡтыра, яҡшыны ямандан, дуҫты дошмандан айырырға өйрәтә”, – ти егет.
Динислам башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ. Башҡорт эстрадаһын да ярата. Тамырҙары Алдар батырға барып тоташа, шуға күрә ул үҙенә шундай девиз ҡуйған: “Ырыуымдың ҡотон һаҡлап лайыҡлы йәшәргә”!