

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, юғары уҡыу йортоноң юбилейы айҡанлы, лекция марафоны ойошторолдо.
Шул иғтибарға лайыҡ, 2022 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университеты 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан “Рәсәйҙең яңы быуын уҡытыусыһы” универсаль педагогик технопаркы “Знание” Рәсәй йәмғиәте майҙансығында лекториум үтте. Лекториум үҙенең эсенә ғалимдарҙың һәм юғары уҡыу йорттарының 11 ғилми-популяр лекцияһын ала.
- Беҙҙең республикабыҙҙа 55 йыл һуҙымында педагогика фәне үҫеш алған, – тине ғалим, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. – Әлегә хәтлем бихисап уй-ниәттәр тормошҡа ашырылған. Беҙҙә “Знание” Рәсәй йәмғиәте менән берлектә Лекторий асыу шуға асыҡ дәлил. Үҙ ғүмерендә “Знание” йәмғиәте ниҙәр генә кисермәгән. Былтыр ул икенсе һулышын алды.
Салауат Тәлғәт улы әйтеүенсә, “Знание” йәмғиәтенең Башҡорт дәүләт педагогия университетында урынлашыуы – оло мәртәбә.
“Знание” Рәсәй йәмғиәте” дөйөм Рәсәй белем ойошмаһының төбәк филиалы директоры Сергей Ширинкин һөйләүенсә, ошо йәмғиәт менән педагогия университеты байтаҡ маҡсаттарҙы бойомға ашырған. Мәҫәлән, улар “Тере һүҙ” белем үҙәге” проектына тотонған.
Фото: Башҡорт дәүләт педагогия университеты.