Белем һәм тәрбиә
18 Ғинуар 2022, 15:40

Сөнки мин башҡорт ҡыҙы!

“Ғүмер бер генә”, тиҙәр, мин ошо ғүмеремдә халҡыма һәм илемә кәрәкле шәхес булырға теләйем", - ти Лилиә. 

Сөнки мин башҡорт ҡыҙы!Сөнки мин башҡорт ҡыҙы!
Сөнки мин башҡорт ҡыҙы!

Лилиә Ҡолдәүләтова – Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының педагогия факультетында белем ала. Ныҡышмал ҡыҙ бер белгеслек менән генә сикләнмәҫкә булған, ул бер юлы юрист һөнәрен дә үҙләштерә, “Иҡтисад һәм хоҡуҡ” факультеты студенты ла ул. Тырышлығы арҡаһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаһына лайыҡ булған.

Ҡыҙҙың күп ваҡытын уҡыу алһа ла, ул ижадҡа, яратҡан шөғөлдәренә һәр ваҡыт ваҡыт таба. Бик әүҙем тормош алып бара. Уҡыу йортоноң “Сармат” халыҡ бейеүҙәр ансамблендә шөғөлләнә. Республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған шиғыр конкурстарында ҡатнашып призлы урындар яулаған. “Сибай Һылыуҡайы – 2021” гүзәллек бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булған. Буш ваҡытыда волейбол уйнарға ла өлгөрә ул.

"Һәр бер яулаған еңеүем артында ҙур тырышлыҡ ята. Үрләгән үрҙәрем менән ата-әсәйемде ҡыуандырыу минең өсөн – ҙур бәхет. Ниндәй генә эшкә тотонһам да, улар мине ҡанатландырып, дәртләндереп торалар", - ти Лилиә һәм иң яҡын кешеләре – атаһы менән әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен әйтә. Шулай уҡ тәүге уҡытыусыһы Рәйсә Уразбай ҡыҙы Байегетова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Рита Сәлимйән ҡыҙы Сайфуллинаға, Сибай институты педагогия факультетының уҡытыусылары Нәилә Азамат ҡыҙы Ласыноваға,  Гөлкәй Хәйҙәр ҡыҙы Сәмерхановаға тыуған телгә, тыуған илгә һөйөү уятҡандары өсөн ҙур рәхмәтле ул.  

“Киләсәктә ниндәй генә һөнәр эйәһе булһам да, мин телем, илем киләсәге тураһында һәр саҡ борсоласаҡмын. Уларҙы һаҡлап алып ҡалыу өсөн төрлө юлдар эҙләйәсәкмен. Милләтебеҙҙең аҫыл ир-егеттәренә һәм ҡатын-ҡыҙҙарына оҡшарға тырышасаҡмын, уларҙан өлгө аласаҡмын. “Ғүмер бер генә” тиҙәр, мин ошо ғүмеремдә халҡыма һәм илемә кәрәкле шәхес булырға теләйем. Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамай тик алға атлаясаҡмын, ҡуйған маҡсаттарыма ирешәсәкмен! Сөнки мин башҡорт ҡыҙы!”, – ти Лилиә.

Тырыш ҡыҙға тик уңыштар теләйбеҙ!

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас