Белем һәм тәрбиә
19 Ғинуар 2022, 06:35

Аҡмулла университеты киләсәк менән йәшәй

АРТ-кластер – педагогия университетындағы колледждың оҫтаханалары һәм лабораториялары.

Аҡмулла университеты киләсәк менән йәшәйАҡмулла университеты киләсәк менән йәшәй
Аҡмулла университеты киләсәк менән йәшәй

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, вуздың 55 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, “Аҡмулла Заманса Белем биреү Технологиялары”ның бер нисә кластеры асылды. Әйткәндәй, Рәсәй Мәғариф министрлығы ярҙамында университетта төрлө йүнәлеш буйынса яңы лабораториялар һәм үҙәктәр, кабинеттар һәм күргәҙмә майҙансыҡтары барлыҡҡа килде.

– АРТ-кластер – педагогия университетындағы колледждың оҫтаханалары һәм лабораториялары, – тип һөйләй М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжының һынлы сәнғәт һәм һыҙма кафедраһы мөдире Галина Козлова. – Ул үҙенең эсенә рәсем сәнғәтен, һүрәтте, графиканы, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, теория һәм методика кабинетын, мәғлүмәт-коммуникациялары технологиялары лабораторияһын ала. Бында колледжда “Рәсем һәм һыҙма”, “Башланғыс белем”, “Мәктәпкәсә белем” йүнәлеше буйынса уҡыған студенттар шөғөлләнәсәк.

Аҡмулла университетының тәбиғи-география факультетында “М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының экология үҙәге” ғилми-тикшеренеү лабораторияһының исем туйы үтте.

Юбилей уңайынан, “Аҡмулла Заманса Белем биреү Технологиялары” төрлө йүнәлеш буйынса кластерҙар асыуҙы күҙ уңында тота.

Фото: Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас