Белем һәм тәрбиә
19 Ғинуар 2022, 17:15

“Ауаз” медиаүҙәге асылырмы?

Өфөнөң 2-се Башҡорт лицейы уҡыусылары шәп проекттар тәҡдим иткән

“Ауаз” медиаүҙәге асылырмы?“Ауаз” медиаүҙәге асылырмы?
“Ауаз” медиаүҙәге асылырмы?

Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейының өлкән класс уҡыусылары Башҡортостан Башлығының мәғариф өлкәһендәге  “Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының тәҡдимдәренә нигеҙләнгән инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыу” гранты конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән.

Шулай итеп, улар биш ижади проект тәҡдим иткән.

Лицей уҡыусылары тәҡдим иткән проекттар ошолай атала: “2-се Башҡорт лицейының “Ауаз” медиаүҙәге”, “Мәктәп яны биләмәһен төҙөкләндереү”, “Лицейҙа тауыш яҙҙыртыу студияһын проектлау һәм йыһазландырыу”, ”Мәктәп китапханаһы – заманса китапхана-мәғлүмәт үҙәге”, “Санитар биналарҙа уңайлы шәхси шарттар булдырыу”. Күреүебеҙсә, балалар үҙҙәре уҡыған белем йортон үҫтереү буйынса төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алған һәм һәр береһе ҙур иғтибарға, тормошҡа ашырыуға лайыҡлы проекттар тәҡдим иткән.

Дөйөм тауыш биреүҙә “2-се Башҡорт лицейының “Ауаз” медиаүҙәге” проекты иң күп тауыш йыйыуға өлгәшкән. Ул лицей тормошондағы ваҡиғаларҙы яҡтыртыу, әүҙем йәнле мәғлүмәт мөхитен булдырыу, белем биреүҙә яңы мәғлүмәт технологияларының техник мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм файҙаланыу кеүек маҡсаттар ҡуя.

Ысынлап та, проект хуплау алып, бойомға ашырылһа, 2-се Башҡорт лицейында белем алған балалар ижадына ҙур ижади мөмкинлектәргә юл асыласаҡ. Ошондай алдынғы фекерләгән, заман менән бергә атлаған уҡыусыларҙың башланғысына “Афарин!” тип әйтәбеҙ. Уңыштаh һеҙгә!

Фото: Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас