Белем һәм тәрбиә
19 Ғинуар 2022, 15:00

Лиана космонавт булырға хыялланған

Нефть һәм газ геологияһы бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта еңел булмаған һөнәр, ти ҡыҙ. 

Лиана космонавт булырға хыялланғанЛиана космонавт булырға хыялланған
Лиана космонавт булырға хыялланған

Алдынғы ҡарашлы, талантлы, ижади йәштәребеҙ күп. Бөгөн шуларҙың тағы береһе – Лиана Әҙершина менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул да гәзитебеҙ ойошторған “Иң яҡшы студент” бәйгеһендә ҡатнаша.

Лиана Өфөлә тыуһа ла, өс йәшенән Ишембай районына күсеп китә һәм шунда буй еткерә. Белемде ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында ала. Уҡыу йортон отличие билдәһе менән тамамлай. Әле иһә Өфө дәүләт нефть техник университетында, нефть һәм газ геологияһы белгеслегенә уҡый.

Тырыш ҡыҙыҡай шөғөлдәренең күп булыуына ҡарамай, уҡыуына бик яуаплы ҡарай. Әле “ҡыҙыл диплом”ға бара, үҙенең белгеслеге буйынса ғилми статьялар яҙа һәм баҫтыра.

“Был бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы һәм шул уҡ ваҡытта еңел булмаған һөнәр. Ә ғөмүмән, бәләкәй саҡта космоновт булырға хыяллана инем”, – тип уртаҡлаша ул.  

Ҡыҙҙың ҡыҙыҡһыныуҙары күп: спорт, китаптар, уҡыу, эш. Спортҡа бик ҙур иғтибар бүлә. Улай ғына түгел, Лиана тренер ҙа, ул ҡыҙҙар өсөн күнекмәләр үткәрә, фитнес-марафондар ойоштора. Киләсәктә ул фитнес-тренер һөнәренә лә өйрәнергә теләй. Уны ул үҙенең хоббиһы итеп күрә. Тик барыбер үҙенең алған белеме буйынса эшләргә планлаштыра, сөнки нефть һәм газ өлкәһе уға бик оҡшай.

Бөгөн Лиана университет тормошонда әүҙем ҡайнап йәшәй. Саңғы буйынса ярыштарҙа, интеллектуаль уйындарҙа, химия КВН-ында ҡатнаша.

– Тормош принциптарым ябай – яҡшыға ынтылыу, маҡсаттарға өлгәшеү, тормоштан кинәнес алып йәшәү, яуаплы, ихтирамлы булыу, – ти ул.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас