Белем һәм тәрбиә
20 Ғинуар 2022, 15:00

Бар яҡтан да килгән ҡыҙ ул – Йәнгүзәл!

Рухлы, маҡсатлы ҡыҙ, бейеү, вокал, кино сәнғәте, телдәр өйрәнеү менән ихлас мауыға, әммә уның өсөн беренсе урында ... 

Бар яҡтан да килгән ҡыҙ ул – Йәнгүзәл!Бар яҡтан да килгән ҡыҙ ул – Йәнгүзәл!
Бар яҡтан да килгән ҡыҙ ул – Йәнгүзәл!

Йәнгүзәл Ғирфанова – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Тарих, гуманитар һәм хоҡуҡи белем биреү институтының студенты. Йыр һәм бейеү менән яратып шөғөлләнә. "Ышан" үҫмерҙәр телесериалында төп ролдәрҙең береһен башҡарған.

Йәнгүзәл бала саҡтан үҙен төрлө яҡлап үҫтерә. Сибай ҡалаһының “Гөлдәр” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә оҙаҡ йылдар шөғөлләнә, был ансамбль менән Төркиә, Франция сәхнәләрендә лә сығыш яһарға насип була талантлы ҡыҙға. Бер үк ваҡытта йыр сәнғәтен дә үҙ итә.

Күңеле нисек кенә йыр-бейеүгә тартылмаһын, Йәнгүзәл бала саҡтан хоҡуҡ белгесе булырға хыяллана һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Тарих, гуманитар һәм хоҡуҡи белем биреү институтын һайлай. Ә уға тиклем Сибай ҡалаһының Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай, 11 йыл буйы лицей тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй.

Бөгөн дә ул әүҙем, сәләмәт тормош алып бара. Уҡыуҙан тыш, “Гүзәлданс" бейеү студияһында шөғөлләнә, былтырғы йәйҙә, ирекмән булараҡ, Фольклориадала ярҙамсы, тәржемәсе була. Йәнгүзәл инглиз телен ныҡлы өйрәнә, был телдә иркен аралаша.

Күптән түгел тырыш ҡыҙ үҙен тағы бер ҙур проектта һынап ҡараған: үҫмерҙәр өсөн “Тамыр” студияһы төшөргән “Ышан" телесериалында төп ролдәрҙең береһен башҡарған. Рухлы, маҡсатлы ҡыҙ, бейеү, вокал, кино сәнғәте, телдәр өйрәнеү менән ихлас мауығыуға ҡарамаҫтан, университтетағы уҡыуын иң беренсе урынға ҡуя. Ҡышҡы сессияһын да тик яҡшы билдәләргә тапшырған.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас