

Бөгөн һеҙҙе “Иң яҡшы студент” бәйгеһендә ҡатнашҡан тағы бер талантлы, ижади ҡарашлы студент ҡыҙ менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул Балтас районының Соҡалы ауылында тыуып үҫкән Резеда Факиева. Әле ул Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында белем ала.
Резеда мәктәптә уҡыған сағынан уҡ төрлө сараларҙа сығыш яһарға һәм уларҙы алып барырға яратҡан. “Мин ижадты яратам, сөнки уның аша тирә-яҡ донъяны һәм үҙеңде танып белергә була. Һәр мәлдә матурлыҡты күрергә, үҙеңде борсоған һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Мәктәптә уҡыған саҡта район һәм республика кимәлендәге конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнаштым. Мәҫәлән, шиғыр уҡыу, вокал һәм хореография буйынса, төрлө эстафеталарҙа. Беренсе урындар яулай һәм һәйбәт тәьҫораттар ала инем. Мине бәйгеләргә әҙерләгән, бар башланғыстарымда ярҙам иткән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен”, – ти Резеда.
Тик нисек кенә сәхнәне яратмаһын, Резеда “Юриспруденция” йүнәлеше буйынса уҡырға барырға була. Ул буласаҡ һөнәрен ныҡлап уйлап һайлай, ысынлап та ошо тармаҡта үҫешергә, артабан эшләргә теләй ул.
“Юриспруденцияла уңышҡа өлгәшер өсөн дәғүәгә һәләтле һәм юғары квалификациялы белгес булырға кәрәклеген яҡшы аңлайым. Ә иң мөһиме кешеләргә ярҙам итергә һәм йәмғиәткә файҙа килтерергә кәрәк. Һөнәр һайлаған саҡта ғаиләмдең хуплауы өсөн бик рәхмәтлемен. “Ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да, кеше булып ҡал”, – тине атайым. Был дөрөҫ һәм мөһим һүҙҙәр күңелемдә урын алды һәм тормошом девизына әйләнде”, – ти ҡыҙ.
Йүнәлеш һайлағандан һуң, Резеда Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалын һайлай һәм бер тапҡыр ҙа үкенмәй. Бында маҡсаттарға өлгәшеү өсөн барыһын да бирәләр, ти ул. Төплө белем менән бергә, яҡшы кәңәштәр, ярҙам ала улар уҡытыусыларынан.
Резеданың студент торошо ҡайнап тора. Уҡыуҙан тыш ул университет командаһынада КВН-да уйнай, башҡа конкурстар, саралар, форумдарҙа ҡатнаша.
“Төп маҡсатым – бәхетле булыу, яҡындарыма бәхет һәм мөхәббәт бүләк итеү, ҡыуандырыу. Миңә ышанған һәм ярҙам иткән кешеләргә рәхмәтлемен. Иң нығы ғаиләмде яратам, яҡындарым менән ғорурланам. Был донъяла иң мөһиме – ғаилә, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың һаулығы һәм бәхетле булыу тип иҫәпләйем. Быларға өлгәшеү өсөн барыһын да эшләйем”, – ти Резеда.